Күптән түгел Ғафури район мәҙәниәт һарайында "Йәй һылыуы” бәйгеһе үтте.
Районыбыҙ ғына түгел, республикабыҙ ғорурлығы, "2-се вице-мисс Рәсәй” титулына лайыҡ булған Красноусол һылыуы Альбина Әхтәмова, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Елена Соколова, Айгөл Әбделмәнованан торған абруйлы жюри баһаланы ҡыҙҙарҙың сығышын.
Йола буйынса, тәүге конкурста береһенән-береһе һылыу ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырҙы. Икенсе конкурс "Интервью” тип аталды. Ҡыҙҙар алып барыусыларҙың һорауҙарына тапҡыр яуаптар биреп, үҙҙәренең киң эрудициялы булыуҙарын, күпте белеүҙәрен танытты.
Ижади һынауҙа һәр ҡатнашыусы үҙ һөнәрен, йыр-бейеүгә, төрлө музыка ҡоралдарында уйнау маһирлығын күрһәтте.
Конкурстар араһында иң сағыуы байрам күлдәктәрендә сәхнәгә сығыу булғандыр, әлбиттә. Бында инде ҡыҙҙар тыуҙырған образға, буй-һындарын килешле тотоуға баһа бирелде.
Һөҙөмтәлә, бәйгенең Гран-прийына Красноусолдан Земфира Әхтәмова лайыҡ булды. Родина ауылынан Камила Бакирова - "Тыйнаҡлыҡ”, Ксения Щеглунова "Артислыҡ”, Яңғыҙҡайындан Анас-тасия Дәүләтшина – "Йылмайыу”, Элина Сәйғафарова – "Наҙлылыҡ”, Дарья Мезенцева - "Йылма-йыу”, Красноусолдан Дарья Шмитд – "Грация”, Үтәк ауылынан Диана Нурғәлиева- "Һоҡланғыс”, Алһыу Таһирова "Шатлыҡ” һылыуҡайҙары булараҡ бүләкләнделәр.
Бәйге һуңында Альбина Әхтәмова ҡыҙҙарға сәхнәлә үҙеңде тотоу нескәлектәрен асып һалған оҫталыҡ дәресе күрһәтте, һорауҙарға яуап бирҙе. Матур сара иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Cығанаҡ: http://tabin.ru/mezeniet_ezebiet/3950-shnl-yy-ylyuary.html