Сәхнәлә — «Йәйғор»ҙар

Сәхнәлә — «Йәйғор»ҙар

Әбйәлил район мәҙәниәт һарайының «Йәйғор» халыҡ театрының уңыштары хаҡында ишетмәгәндәр һирәктер. «Йәшлегем тирәктәре» спектакле менән улар Бәләбәй ҡалаһында уҙған «Алтын тирмә» халыҡ театрҙарының төбәк-ара фестивалендә өсөнсө урын яуланы һәм республика театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Әбүшахманов етәкселегендәге абруйлы жюриҙың юғары баһаһына лайыҡ булғайны. Режиссер Илүзә Шәйәхмәтова туплаған   ижади төркөм  үҙ тамашасыларын яңы спектакль менән ҡыуандырҙы.

 Флорид Бүләковтың «Ҡыҙҙар ниңә илай?» драмаһын сәхнәләштереүгә «Йәйғор» халыҡ театры етәксеһе Илүзә Мөҙәрис ҡыҙы юҡҡа тотонмай. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында еңел тормош артынан ҡалаға ынтылған ҡыҙҙар-ҙың селпәрәмә килгән яҙмыштары, һәр береһенең бәхеткә, һөйөүгә үҙенсә көрәшеүе, ҡырыҫ ҡала мөхитендә үҙенә йылы, ҡояшлы урын эҙләүе, гонаһтары өсөн ярлыҡау өмөт итеп Хоҙайға һыйыныуы бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған.

Спектакль башланғанда төп героиня Дилара (Гөлсәсәк Өмөтбаева) ярыҡ сәйнүге алдында аптырап, ҡаты уйға талған. Сөнки улар йәшәгән ятаҡтың үҙ ырымы бар: сәйнүк ярылдымы, шул бүлмәлә йәшәүсе берәй ҡыҙ, тәҙрәнән һикереп, үҙен ҡорбан итә. Юғарынан бирелгән был «билдә» менән һис килешергә теләмәгән Дилара, бәлки, берәйһенең этлегелер әле, тип, үҙен йыуатырға маташа. Былай ҙа бәхетһеҙ ғүмерен мәғәнәһеҙ өҙгөһө килмәй. Һөйгән йәре кеше ҡотҡоһона ышанып биш йыл элек ташлап киткән, унан тыуған балаһы әсәһе (Нуриҙә Илһамова) тәрбиәһендә, ҡәҙерле кешеһе ирһеҙ бала табыуын һаман кисермәгән. Әй, йәбешеп ятырлыҡ ни бәхете бар һуң, әллә бер һылтауҙа бөтәһенән дә ҡотолорға? Был яман уйҙарынан уны ҡулына килеп эләккән доғалар китабы арындыра, намаҙға баҫыуы әхирәттәре өсөн көлкө булһа ла, күңелен тынысландыра. Бына шунан уның бәхете асылыуы Хоҙай ҡөҙрәте түгел тимәҫһең. Сит тарафтарға башын алып сығып киткән Ғайсар (Марат Фәттәхов) ҡайтып, һөйгәне менән аңлаша. Баҡтиһәң, Дилараны яратып йөрөгән Айҙар (Илгиз Истамғәлин) бәхете юлындағы ҡаршылыҡты алып ташлау ниәтенән, ул мине ярата, тип Ғайсарҙы алдаған. Йәштәр аңлашты ла ул, тик Ғайсарға Дилараның әхирәте Гөлләрә (Зәлиә Хәлисова) үлеп ғашиҡ. Йомшаҡ күңелле Дилара уларҙың бәхете өсөн үҙенекенән баш тартырға була. Айҙар һаман ныҡыша, хатта Дилара менән бергә булыр өсөн Зуляның (Фәнүзә Илһамова) унан ауырлы икәнлеге ҡамасауламай. Айҙарҙы үҙенеке итеүгә кәртә булған Диларанан ҡотолоу өсөн уның сәйнүген дә тап Зуля ярған. Осона сыҡҡыһыҙ булып сырмалған хәл-ваҡиғалар төйөнө спектакль аҙағында артабан геройҙарҙың бәхетле тормошона ишара итеп сиселә. Дилараны әсәһе ғәфү итә, улын (Нияз Фәттәхов) алып килә.
— Тамашасыға фәһем, аҡыл биргән был драмала ысынбарлыҡтағы хәл-ваҡиғалар сағылдырылыуы күңелгә яҡын. Тормоштан алынғанға, хатта кемдеңдер үҙ башынан үткәнгә тәрән психологик кисерештәр уята, — тине Илүзә Мөҙәрис ҡыҙы. — Залдағы тамашасы-ларҙың донъяларын онотоп, ара-тирә йәлләү йә аптырауҙарын ҡысҡырып әйтеп ебәреүҙәренә ҡарағанда, артистарыбыҙ һәйбәт уйнаны, характерҙарҙы асты, тип уйлайым.
Гөлсәсәк Өмөтбаева, Марат Фәттәхов, Зәлиә Бикйәнова тәүгә уйнаһалар ҙа, ролдәрен килештерә алды, тамашасыны ышандырҙы. Фәнүзә Илһамова менән Илгиз Истамғәлин иһә стажлы әртистәр, уларға театр «ауырыуы» күптән йоҡҡан.
— Халыҡ театры булғас, унда халыҡ араһынан сыҡҡан, театр тип йән атҡан ябай кешеләр уйнарға тейеш. Бына беҙ ҙә төрлө һөнәр эйәләре, төп эшебеҙҙән һуң репетицияға йыйылыу үҙе бер ял, ашҡынып киләбеҙ. Спектаклдә ҡатнашыу ҡанатландыра, үҙеңде бер башҡа үҫкәндәй тояһың, — тип үҙ кисерештәре менән уртаҡлашты Илгиз Наил улы.
— Спектакль ҡуйыу коллектив эш, килеп-сығырмы тип, һәр беребеҙ өсөн йөрәк яна. Бер татыу ғаилә булып йәшәнек, репетицияға килһәк, донъябыҙҙы онотабыҙ, ҡайтҡы килмәй, — тине уға ҡушылып Фәнүзә Илһамова. — Шундай ижади мөхит тыуҙыра алған, беҙҙе илһамландырған Илүзә Мөҙәрис ҡыҙына рәхмәтлебеҙ.
Ысынлап та, спектаклдең уңышлы килеп сығыуында режиссерҙың да өлөшө ҙур. Быға премьеранан һуң район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ирек Мусиндың тамашасылар алдына сығып, «Йәйғор» халыҡ театры ҡуйған спектаклгә юғары баһа ҡуйыуы, ысын күңелдән рәхмәт белдереүе дәлил. Тамашасыларҙың маҡтау һүҙҙәре лә күп булды.
— 15 йыл театрҙа эшләү осоронда байтаҡ тәжрибә тупланым, берәй әҫәрҙе уҡып сығыу менән ошондайыраҡ кеше кәрәк тип, шул ролгә килешле берәйһен эҙләй башлайым. Уҡытыусыбыҙҙың режиссерҙың күҙе үтә күрергә, һеҙ халыҡ араһынан үҙегеҙгә яраҡлы әртистәрҙе һайлай белергә тейеш тигәнен онотмайым, — тине Илүзә Шәйәхмәтова. — Элеккеләре лә, яңылары ла һынатманы, тап мин күргәнсә итеп уйнай алды, шуның өсөн уларға ҙур рәхмәт. Театрға балаларҙы, йәштәрҙе йәлеп итергә бурыслыбыҙ, туған телде яҡшыраҡ белеү, әҙәбиәт һәм сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү — изге һәм мөһим эш.
Киләһе миҙгелдәрҙә лә «Йәйғор» халыҡ театрынан йөкмәткеле, тәрән кисерештәр уятҡан спектаклдәр көтөп ҡалабыҙ.

Сығанаҡ: http://oskon-gazeta.ru

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb