Туймазы татар дәүләт драма театры 8 ноябрҙә күренекле башҡорт драматургы Рәлиф Кинйәбаев әҫәре буйынса эшләнгән “Гүргә керер сер ине” исемле спектаклен сәхнәләштерәсәк.
Оҙаҡ ваҡыттар театр репертуарында барған, меңәрләгән тамашасыларҙың яратып ҡараған сәхнә әҫәрендә әхлаҡи ҡиммәттәр юғары күтәрелә.
Ҡасандыр йәш ғаилә, үҙ балалары булмау сәбәпле балалар йортонан уллыҡҡа малай ала. Бала уларҙы үҙ ата-әсәләер тип үҫә. Инде өйләнергә ләйыйына. Тик Фәнилгә һөйгән йәре менән ҡауышып матур тормош ҡорорға яҙмай, ҡаланан ҡайтҡан Дилбәр апаһының бер-бер артлы ҡылған яңылыш аҙымдары был ғаиләнең хыялдарын селпәрәмә килтерә, сәскә кеүек йәш ғүмер өҙөлә...
Спектакль 8 ноябрь көнө 19.00 сәғәттә башлана.