Сәхнәләр гөрләп торор

Сәхнәләр гөрләп торор

Башҡортостанда балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре йәнә бушлай яңы һәм сифатлы уйын ҡоралдары менән тәьмин ителәсәк. Уҡыу йорттарына бындай ярҙам Республика мәҙәниәт министрлығының махсус программаһы сиктәрендә күрһәтелә. Ағымдағы йылда субсидиялар алыу өсөн муниципаль райондар һәм ҡалалар мәктәптәре 1-се февралгә тиклем заявкалар бирергә тейеш. Музыка һәм сәнғәт мәктәптәрен сифатлы уйын ҡоралдары менән тәьмин итеү буйынса махсус программа республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса Мәҙәниәт министрлығы тарафынан 2013 йылда әҙерләнде. Уға ярашлы, Бөтә рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа сығыш яһаған уҡыусылары булған мәктәптәр ҡиммәтле концерт уйын ҡоралдары һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Ул Рәсәйҙә тәүге пилот проекты булып тора.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb