Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова моңло тауышы, ҡабатланмаҫ сағыу сығыштары менән тамашасы күңелен әсир итте. Башҡорт халыҡ йырына булған һөйөүе уның булмышын хәл итә. Борма-борма юлдар үтеп сәнғәткә килә ул. Башҡорт дәүләт университетында биолог һөнәрен үҙләштереп, Башҡортостан Республикаһының гимназия интернатында тәрбиәсе булып эшләп йөрөгәнендә, ижадташ дуҫы Роберт Юлдашев Сәнғәт институтына йырсылыҡҡа уҡырға барырға тәҡдим яһай. Башҡарған эшен, балаларҙы яратһа ла, йырға булған һөйөүе нығыраҡ була. Сәйҙә Ғәли ҡыҙы һынауҙарҙы уңышлы үтеп, билдәле йырсы Флүрә Килдийәрова классында йыр серҙәренә өйрәнә. Институтты тамамлағандан һуң, 1997 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына йырсы булып килә һәм бөгөнгәсә бында ижад итә.
Сәйҙә ИЛЬЯСОВА киң диапозонлы йырсы. Башҡорт халыҡ йырҙары, романстар, башҡорт, татар, рус, сит ил композиторҙарының ариялары, эстрада йырҙары - барыһыла йырсының репертуарында үҙ урынын тапҡан. Ул үҙенсәлекле тауышы, сәхнәлә үҙен оҫта тота белеүе менән күптәрҙе һоҡландыра. Бөгөнгө көндә Сәйҙә Ғәли ҡыҙы билдәле йырсы, ҡыҙыҡлы, эстәлекле тамашалар ҡуйған һәләтле режиссер.
7 апрель Сәйҙә Ильясованың «Халҡым йыры рухи юлдашым» исемле концерты үтәсәк. Тамашала Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рэм Гәрәев һәм Илшат Ишморатов, республика конкурстары лауреаттары Дамир Тайыпов, Юнир Һағынбаев, Зәлиә Ғәниәтуллина, Гүзәл Үмәрғәлина ҡатнаша. Программала башҡорт халыҡ йырҙары яңғыраясаҡ. Йырлы-моңло тамашаны Эльмира Юлдашева алып бара.Тамашаға рәхим итегеҙ!