Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һынлы сәнғәт һәм сәнғәт фәне өлкәһендә Михаил Нестеров исемендәге Дәүләт премияһын тапшырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
2017 йылда премияға бөтәһе 150-ләп эш тәҡдим ителгән. Барлығы 27 билдәле рәссамдың һәм дүрт алдынғы сәнғәт белгесенең 57 графика, һынлы сәнғәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, скульптура һәм әҙәбиәт әҫәре һайлап алыу турын үткән.
Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булыусылар: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Фирдант Нуриәхмәтов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Николай Калинушкин (вафат булғандан һуң) һәм Михаил Васильевич Нестеров һәйкәлен эшләгән өсөн республиканың атҡаҙанған рәссамы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Владимир Лобанов.
Фирдант Нуриәхмәтов «Дала» (Элиста), «Кеше – тәхет» (Рязань), «Күккә төбәлгән кеше» (Санкт-Петербург) кеүек киң билдәле скульптура композициялары авторы. Уның әҫәрҙәре Рус дәүләт музейында, Третьяков дәүләт галереяһында, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һаҡлана.
Николай Калинушкиндың ижады республикала скульптура сәнғәтен үҫтереүгә ҙур йоғонто яһаған. Уның күренекле эштәренең береһе – Еңеү паркында локаль һуғыштарҙа һәләк булған Башҡортостан һалдаттарына бағышланған һәйкәл («Ҡайғырыусы әсә»).
Владимир Лобанов – байтаҡ скульптура композиялары авторы. Уның эштәре иҫәбендә – маршал Жуков бюсы (Сипайлово), «Ете ҡыҙ» баҡса-парк композицияһы (Башҡорт дәүләт филармонияһы янында), «Ғаилә» (Рус драма театры эргәһендә), «Флора» (ӨМЭПБ Мәҙәниәт һарайы эргәһендә), С.Т. Аксаков хөрмәтенә иҫтәлекле билдә (Шаҡша).