«Сәсмәүерем, селтәрем – 2020» фестивалендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы

«Сәсмәүерем, селтәрем – 2020» фестивалендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы

«Сәсмәүерем, селтәрем – 2020» Төбәк-ара башҡорт милли костюмы фестивале быйыл 5-се тапҡыр ойошторола һәм “Баймаҡ” Халыҡ кәсептәре үҙәге директоры Вилүр Рәхимғолов хәтеренә бағышлана.

Конкурс Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә үтә. Быйыл ул тәүге тапҡыр онлайн форматта була.

Фестивалдә башҡорт милли кейемен етештергән мәҙәниәт учреждениелары ижад коллективтары, предприятиелар, ҡала һәм район ойошмалары, шәхси кешеләр, ғаиләләр, белем биреү учреждениелары, сәнғәт белгестәре, этнографтар, фәнни хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша ала.

Фестиваль сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция, оҫталыҡ дәрестәре һәм күргәҙмә уҙасаҡ.

Ғаризалар 30 сентябргә тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына ҡабул ителә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb