Сәүиә Сираева - Өфө ҡалаһының почетлы гражданы

Сәүиә Сираева - Өфө ҡалаһының почетлы гражданы

Өфө «Нур» татар театры актрисаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираеваға «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелде. Исем уның күп йыллыҡ ижади, мәҙәни эшмәкәрлеге һәм Өфө ҡалаһы алдындағы  хеҙмәттәре, баш ҡаланың һәм республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашыуы өсөн тапшырылды.

«Нур» театрында актрисаны оло ҡыуаныс һәм ихтирам менән ҡаршы алды коллегалары. Сөнки был театрҙың уртаҡ шатлығы. «Нур» театры директоры Фирҙәт Ғәбиҙуллин һәм баш режиссер Азат Йыһаншин ҡотлау менән сығыш яһаны. 

"Тормоштоң һәр бер мәлен ҡәҙерләгеҙ һәм бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ. Беҙҙең коллективта почетлы исемдәргә лайыҡлы талантлы кешеләр эшләй. Мин бөгөн кисергән шатлыҡ хистәрен барығыҙға ла татырға теләйем", - тине Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы. 

Сәүиә Сираева - Өфө ҡалаһының почетлы гражданы
Сәүиә Сираева - Өфө ҡалаһының почетлы гражданы
Сәүиә Сираева - Өфө ҡалаһының почетлы гражданы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb