Төбәктә композитор Рәис Ханнановтың йырҙарын иң яҡшы башҡарыусылар билдәләнде

Төбәктә композитор Рәис Ханнановтың йырҙарын иң яҡшы башҡарыусылар билдәләнде

Башҡортостанда композитор Рәис Ханнановтың йырҙарын иң яҡшы башҡарыусылар билдәләнде. Фестиваль-конкурс танылған композиторҙың тыуған яғында, Йәрмәкәй районы үҙәге Йәрмәкәй ауылында уҙҙы. Сара уның 60 йәшенә арналды.
Фестивалде район Мәҙәниәт йортоноң «Йәрмәкәй» халыҡ фольклор-эстрада ансамбле асты. Рәис Ханнанов ошо сараны ойошторғандары өсөн тамашасыларға, ойоштороусыларға һәм район хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе.
«Заһир Исмәғилев, Петр Чайковский, Бах, Бетховен, Моцарт — ысын мәғәнәһендә композиторҙар. Әммә таңғы биштә йәки алтыла күңелең моңға тулып уянһаң, ул һиңә тынғы бирмәй, тышҡа урғыла. Тулҡынланып көйгә шиғыр эҙләйһең, һәм шул рәүешле йыр тыуа. Бөгөн ижад багажымда дүрт йөҙҙән ашыу йыр бар, шуларҙың ике йөҙөн татар-башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары яратып башҡара. Улар радио һәм телевидение аша йыш яңғырай, шул ваҡытта үҙеңдең композитор икәнлегеңде аңлайһың», — тине Рәис Ханнанов.
Бәйгелә яңғыҙ һәм күмәк башҡарыусылар ҡатнашты. Фестивалдә «Уфтанма», «Килә яуа бер болот» һәм «Тыңласы, һандуғас» йырҙарының популяр булыуы асыҡланды. Рәис Ханнановтың ижадын күптәр үҙ итә. Конкурс барышында йәш йырсылар ҙа, өлкән йәштәгеләр ҙы сығыш яһаны.
Гран-приға Бәләбәй ҡалаһынан Хәмит Дәүләтхузин лайыҡ булды, тип хәбәр итте Йәрмәкәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мөдире Ынйы Шафиҡова.
Белешмә. Рәис Ямалетдин улы Ханнанов 1956 йылдың 6 мартында Йәрмәкәй районының Яңы Шах ауылында донъяға килгән. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын, Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1977 йылда Йәрмәкәй район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлегендә автоклуб мөдире булып башлай. Һуңынан район Мәҙәниәт йорто директоры, район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире, район хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте етәксеһе булып эшләй. 80-90-сы йылдар уртаһында «Йәрмәкәй шишмәләре», «Уфтанма», «Килә яуа бер болот», «Каторжан юлы», «Оҙаҡ торҙо, атым сапманы», «Пар сыйырсыҡ» йырҙары Рәис Ханнановҡа ҙур танылыу килтерә. Бөгөнгө көндә Ришат Төхвәтуллин башҡарыуындағы «Тыңласы, һандуғас» йыры бик популяр. 2014 йылда ошо йыр «Башҡорт йыры» телевизион хит-парадында еңеүсе булды.
Композитор байтаҡ йыр йыйынтыҡтарын баҫтырған, аудиокассета, компакт-диск сығарған. Рәис Ханнанов — I, II, III Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалдәре лауреаты. Ул Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының «Художестволы үҙешмәкәр ижадта ҡаҙаныштары өсөн» (1987) билдәһе менән бүләкләнгән, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Сығанаҡ: "Башинформ"

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb