Төбәктә орсоҡ байрамдары ойошторола

Төбәктә орсоҡ байрамдары ойошторола

Башҡортостанда оло быуын вәкилдәре ҡатнашлығында орсоҡ байрамдары ойошторолоп тора.

“Башинформ” мәғлүмәт агенлығы хәбәр итеүенсә ошо көндәрҙә Орсоҡ байрамы Туймазы районының Туҡай ауылында уҙҙы. Мәҙәниәт йортоноң сәхнәһе биҙәлеш ярҙамында ауыл йортона оҡшатылып эшләнде. Унда милли кейемдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар йыйылды. Берәүҙәре йөн әҙерләһә, икенселәре уны иләп ултырҙы, шул уҡ ваҡытта бергәләп моңло йырҙар башҡарҙылар. Был сарала «Иҫтәлек» фольклор ансамблеҡатнашты. Сәхнәләгехәрәкәттеҙурҡыҙыҡһыныуменәнауылдаштары, күрше ауыл халҡы күҙәтте.

«Орсоҡ байрамы» — боронғо халыҡ байрамы, арытҡыс эш барышын йыр йырлап, таҡмаҡтар көйләп, йомаҡтар ҡойоп, бейеүҙәр бейеп йәнләндереп ебәргәндәр. ХаттаБөйөкВатанһуғышыйылдарында ла был йолаонотолопҡалмаған. Көндөҙ ҡатын-ҡыҙҙар баҫыуҙа һәм фермала тир түкһә, кистәрен бергә йыйылып йөн иләгән, һалдаттар өсөн йылы ойоҡ, бейәләй бәйләгән.

 Хәҙер Туймазы районында киләсәк быуын өсөн был йоланы һаҡлап ҡалырға тырышалар, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb