Таһир Сәйфуллин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт академия хор капеллаһы юбилей концертын һәм аудиоантология әҙерләй

Таһир Сәйфуллин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт академия хор капеллаһы юбилей концертын һәм аудиоантология әҙерләй

Таһир Сәйфуллин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт академия хор капеллаһы үҙенең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Тыуған көнөндә, 12 апрелдә, данлыҡлы коллектив «55» программаһын тәҡдим итә. Концерт Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Орган залында уҙа.

Филармонияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был һуңғы биш йыллыҡ ижади эшмәкәрлеккә үҙенсәлекле һығымта буласаҡ. Юбилей концертында башҡорт хор музыкаһы ынйылары ғына түгел, биш йылдағы программаларҙан иң яҡшы йырҙар ҙа яңғыраясаҡ. Был ваҡиғала капелланы ойоштороуҙың башланғысында торған ветерандар ҙа ҡатнашасаҡ.

Коллектив республиканың музыкаль ғорурлығы булып тора,  Рәсәйҙең алдынғы хор коллективтарының береһе тип таныла.

Мәскәү һәм Санкт-Петербургтың иң яҡшы концерт залдарында сығыш яһау, Эстония һәм Литвала уҙған концерттарҙа, Ҡазан Хор ассамблеяһында ҡатнашыу – коллектив тарихының сағыу биттәренең бер өлөшө генә.

Хор капеллаһы үҙенең ойоштороусыһы һәм оҙаҡ йылдар художество етәксеһе һәм баш дирижеры – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Таһир Сәйфуллиндың исемен йөрөтә. Уның етәкселегендә Башҡортостандың Дәүләт академия хор капеллаһы Башҡортостан һәм Рәсәй музыка мәҙәниәтен байыта, ҙур профессиональ бейеклектәргә өлгәшә. Оҫтаның исеме «Хор һүҙлеге» Бөтә Рәсәй энциклопедияһына индерелгән.

2012 йылдан капелла Менән Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Алһыу Хәсбиуллина етәкселек итә.

Юбилейы уңайынан капелла башҡорт хор музыкаһы аудиоантологияһын яҙҙыра башланы. Был проект милли музыка сәнғәтен һаҡлауға, Рәсәй һәм донъя киңлегендә башҡорт мәҙәни мираҫын танытыуға йүнәлтелгән. Алһыу Афған ҡыҙы әйтеүенсә, аудиояҙмалар интернеттағы музыкаль майҙансыҡтарҙа таратыласаҡ.

Концерт киске сәғәт 6-ла башлана.

Йәш сикләүе: 12+.

Таһир Сәйфуллин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт академия хор капеллаһы юбилей концертын һәм аудиоантология әҙерләй

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb