Табын ырыуы йәштәре йыйыны

Табын ырыуы йәштәре йыйыны

Инйәр йылғаһының йәмле бер үҙәнендә урынлашҡан Абҙан турист базаһында Табын ырыуҙарының әүҙем йәштәре "Табын-фест” сараһына йыйылды.
Республиканың һигеҙ районынан Табын ырыуына ҡараған аймаҡтарҙан вәкилдәр килде.  Һәр делегация  тарихы, шәжәрәһе, үҙ төбәге шәхестәре менән таныштырырлыҡ йөкмәткеле күргәҙмәләр әҙерләгән. Мәҫәлән,  Дәүләкән районында йәшәүселәр  Ҡара Табын ырыуының Таҙлар нәҫеле менән таныштырҙы, үҙ төбәгендә сығып киң таралған "Асылыҡай буйы” йырын ишеттерҙеләр. Тәтешле районы Ирәкте ырыуы үҙенең ғалимы, шағиры Ғәли Соҡорой менән киң билдәле. Ҡариҙел районы үҙҙәренең Унлар ырыуы милли кейеме өлгөләрен алып килгән. Ғафури районынан Кәлсер Табын ырыуы вәкиле Юлмөхәмәтовтар шәжәрәһе менән таныштырҙы. Салауат, Ауырғазы, Архангел, Ҡырмыҫҡалы райондарынан килеүселәр ҙә фестивалгә етди әҙерләнгән.
Биш майҙансыҡта йәштәр өсөн төрлө темаларға лекциялар һәм проект төҙөү эшмәкәрлеге буйынса  оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. "Милли традициялар: үткәне һәм киләсәге” темаһына эксперттар БДУ доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев менән БДПУ доценты, философия фәндәре кандидаты Алһыу Хөсәйенова сығыш яһаны.
"Һау мөхит – һаулыҡ мөхите” кеүек актуаль теманы БДМУ доценты, медицина фәндәре кандидаты Розалия Ғәлимова менән Әлфиә Нурғәлиева яҡтыртты. "Йәштәр һәм Һанлы иҡтисад” мәсьәләләре тураһында  Башвикипедия мөхәррире Зөфәр Сәлихов һәм "Башнефть” шашкасылар командаһы тренеры, спортсы, блогер, журналист Рөстәм Шәйәхмәтов менән һөйләшергә мөмкин ине. "Ижтимағи ғәмәлдәр һәм гражданлыҡ бурыстары” кеүек етди темаға философия фәндәре кандидаты, фәндәр академияһының ғилми хеҙмәткәре Рәфил Аҫылғужин менән педагогия фәндәре кандидаты, БДПУ доценты Екатерина Савельева лекция әҙерләгән. Эшҡыуар, "Супер-мастер” ЯСЙ-һе директоры Фәрид Шакиров менән филология фәндәре кандидаты,  Фәндәр  академияһының "Башҡортостан энциклопедияһы” бүлеге етәксеһе Лена Абдрахманова үҙ аллы шөғөлләнеү һәм үҙ мөмкинлектәреңде үҫтереү буйынса файҙалы тренинг үткәрҙе. Лекциялар һуңында һәр төркөм проект төҙөп, эксперттар алдында уны яҡлап, тәжрибә алды. Беҙҙең район вәкилдәре Ҡарлуғас Йәрмиева менән Гөлназ Бәшированың проекттары уңышлы тип табылды.

Табын ырыуы йәштәре йыйынын йәшлек дәрте, сәме ташып тороу менән бер рәттән дуҫлыҡ, татыулыҡҡа миҫал булараҡ та билдәләргә мөмкин. Һәр команданың уңышын берҙәй шатланып ҡабул итеүҙән тыш, Ҡырмыҫҡалы районының волейболсылар командаһы үҙҙәренең еңеү призын, аҡсалата бүләкте әлеге ваҡытта дауаханала ауыр хәлдә ятыусы спортсы дуҫтарына һиҙиә итеүе уның бер сағылышы булды.
Табындарҙың осрашыуы эшлекле һәм файҙалы булды, киләһе осрашыу 2018 йылда Ҡырмыҫҡалы ерендә буласаҡ.

Сығанаҡ: http://tabin.ru/mezeniet_ezebiet/3946-tabyn-yryuy-yshtre-yyyyny.html




 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb