“Юлдаш” радиоһы хәбәр итеүенсә, Өфөлә Табын ырыуының съезы үтә. Сара Башҡортостан республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнала.
Көн тәртибенә Табын башҡорттары хәрәкәтен тергеҙеүгә ҡағылышлы мәсьәләләр индереү ҙә планлаштырыла. Әле урындарҙа йыйын үткәреүгә әҙерлек, делегаттар һайлау бара.
Съезд эшендә республиканың 10 районы һәм Башҡортостан менән күрше булған 6 өлкә һәм республика вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә.
“Табын ырыуының 100 билдәле исеме” китабын сығарыу ҙа планлаштырылған.