Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
“Таланттарҙың мең төҫө!”
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 16 ноябрь 2016
“Таланттарҙың мең төҫө!”
Салауат районында уҫғарылған "Таланттарҙың мең төҫө" бәйгенең төп маҡсаты – хеҙмәт коллективтарын берләштереү, яңы таланттарҙы эҙләү һәм асыу, көндәлек тормошто матурыраҡ, күңеллерәк итеү.
Был көндө район мәҙәниәт йортонда йыр-моң кискә тиклем тынманы. Сәхнәлә моңло тауышлы йырсылар, баҫҡан ерендә ут сығарған дәртле бейеүселәр, нәфис һүҙле шағирҙар, һәләттәре менән сәхнә йондоҙҙарынан һис кенә лә ҡалышмаған хеҙмәт коллективтары сығыш яһаны. Сараны асып, тәүгеләрҙән булып сығыш яһау хоҡуғы Салауат районына бирелде. "Янғантау" шифаханаһы хеҙмәткәре Рушан Камалов, Арҡауыл ветеринар участкаһының ветеринар-санитары Лилиә Әхмәрова, мәғариф бүлегенең ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле , Малаяҙ үҙәк дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренең йырҙарын, "Янғантау" шифаханаһы хеҙмәткәре Лилиә Ғәлимова, "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһы, Малаяҙ башҡорт гимназияһы коллективтары, мәғариф бүлеге ир-егеттәре башҡарыуындағы бейеүҙәрҙе тамашасылар алҡышлап ҡаршы алды. Район хакимиәтенең кадрҙар һәм биләмәләр менән эшләү бүлеге начальнигы Гөлнур Бәшированың ғаилә тураһындағы шиғыры, Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре башҡарыуындағы "Мөхәббәт һәм күгәрсендәр" фильмынан өҙөк сәхнәләштереү һоҡландырғыс булды.
Мәсетле, Ҡыйғы, Балаҡатай, Дыуан райондары вәкилдәренең сығышы ла тамашасыларға һәм жюри ағзаларына бик ныҡ оҡшаны. Конкурстан береһе лә буш ҡул менән ҡайтманы, улар Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Әйткәндәй, жюри ағзалары республика этабында сығыш яһаясаҡ иң яҡшы номерҙарҙы һайлай алманы. Смотр-конкурстың зона этабында еңеүселәрҙең исемлеге һуңғараҡ билдәле буласаҡ.
Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.
Сығанаҡ: Салауат районының “ЙҮРҮҘӘН” гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө