“Тамаша” республика театр коллективтары фестивалендә “Ҡорос” театры Гран-при алды

“Тамаша” республика театр коллективтары фестивалендә “Ҡорос” театры Гран-при алды

Балтас районында Фәрдүнә Ҡасимова призына үткән "Тамаша" һәүәҫкәр театрҙар фестивале тамамланды.
Өс көн эсендә сәхнә түренә республиканың төрлө район, ҡалаларынан 13 спектакль күтәрелде, йәмғеһе 138 роль. Һәүәҫкәр артистарҙы баһалаусылар: Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Сара Буранбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Рәсәй Юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Фәрдүнә Ҡасимова. Гран-приҙы Ибраһим Абдуллиндың "Тиле йәшлек" спектакле менән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Ҡорос" халыҡ театры яуланы. Әйткәндәй, унда журналдың хеҙмәткәре Инсаф Хужабиргәнов ҡатнаша. Беренсе урын шулай уҡ Өфө театрында, Миловканың "Мираж" театр коллективында. Икенсе урын - Баҡалы районының Н. Асанбаев исемендәге халыҡ театрында, өсөнсө - Борай районының "Заман" театр-студияһында. Шулай уҡ "Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш", "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле", "Иң яҡшы характерлы образ тыуҙырыусы", "Тамашасы һөйөүе" һәм башҡа номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Был сара халыҡ театрҙарын һаҡлау һәм үҫтереү, театр өлкәһендәге иң яҡшы эштәрҙе билдәләү һәм халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын популярлаштырыу маҡсатында ойошторолдо.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb