«Тамаша» республика һәүәҫкәр театрҙар фестиваленә әҙерлек бара

«Тамаша» республика һәүәҫкәр театрҙар фестиваленә әҙерлек бара

Ағымдағы йылдың 15-17 ноябрь көндәрендә  Балтас районында «Тамаша» республика һәүәҫкәр театрҙар фестивале үтәсәк.

Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Балтас районы хакимиәте.

Фестивалдең маҡсаты: һәүәҫкәр театр сәнғәтен пропагандалау һәм артабан үҫтереү.

Сарала йәштәр һәм ололарҙан торған һәүәҫкәр театр коллективтары ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Сығыштарҙы жюри ағзалары баһалаясаҡ: билдәле театр тәнҡитселәре, танылған режиссерҙар һәм педагогтар.

«Тамаша» фестиваленең программаһы буйынса конкурс ҡарауҙарынан тыш, үҙешмәкәр театрҙарҙың спектаклдәре, оҫталыҡ дәрестәре, һәүәҫкәр театрҙарҙың режиссерҙары һәм етәкселәре өсөн ижади лаборатория үткәреү ҡаралған.

Ижади лабораторияла ҡатнашырға теләүселәр 2017 йылдың 15 ноябренә тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра., Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адрестарына ғариза яҙырға тейеш.

Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн телефон: (347) 289-66-96.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb