Ырымбур дәүләт филармонияһында Өфө дәүләт сәнғәт институтының махсус фортепиано кафедраһы мөдире, профессор Рөстәм Шәйхетдиновтың концерты үтте.
Сара Леопольд һәм Мстислав Ростроповичтар исемендәге ХII Ырымбур халыҡ-ара йәш башҡарыусылар конкурсы барышында уҙғарылды. Өфө пианисы күп йылдар ошо музыкаль ярыштың баһалама комиссияһында эшләй.
— Бәйге барышын оҙаҡ йылдар күҙәтергә тура килде, Ростропович менән осрашып аралаштым. Жюри ағзаларының киске концерттары яҡшы йолаға әүерелде. Был юлы Бах, Моцарт, Шопен әҫәрҙәрен башҡарҙым. Тамашасы аяғүрә баҫып алҡышланы, ихлас ҡабул итте, — тине музыкант.
Әйткәндәй, конкурста Рәсәйҙән, БДБ, шулай уҡ сит илдәрҙән 16 йәшкә тиклемге музыканттар ҡатнаша. Улар виолончель, скрипка, фортепиано йүнәлештәре буйынса көс һынаша. Рөстәм Шәйхетдинов әйтеүенсә, 40 пианист араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар. Улар урта махсус музыка колледжында һәм 13-сө балалар музыка мәктәбендә уҡый. Бәйге йомғаҡтары тиҙҙән билдәле буласаҡ.