«Тамыр» балалар телеканалы Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты

«Тамыр» балалар телеканалы Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты

«Тамыр» балалар телеканалының бер юлы ике проекты МЕДИАБРЕНД конкурсында уңышлы сығыш яһаны. Еңеүселәр илдең баш ҡалаһында  тәбрикләнде. Телевидение маркетингы, дизайн промоушен өлкәһендәге донъя кимәлендәге белгестәр был өлкәләге иң яҡшы Рәсәй проекттарына баһа бирҙе. Конкурсҡа илебеҙҙең  эфир һәм кабель каналдарынан 700 эш ҡабул ителде. «Тамыр» телеканалының проекттарының юғары кимәлдә башҡарылыуын белгестәр ҙә таныны – «Ҡымыҙ юлы» һәм «Граффити тарихы» телефильмдары еңеү яуланы.

«Тамыр» телеканалы алып барыусыһы Рөстәм Төхвәтов ҡулына кеҫә телефон һәм селфи таяғын алып республика төбәктәре буйлап ҡымыҙ бешеү серҙәрен өйрәнеү ниәтендә сәфәргә сыға. «Ҡымыҙ юлы». Ул баҫыуҙан магазин кәштәһенә тиклем юлды күҙ уңында тота. Милли эсемлекте әҙерләү, уның шифаһы хаҡындағы фильм  Дәүләкән, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы райондарында төшөрөлгән. Гөлшат Ғәлиуллина авторлығында, Гөлсәсәк Игибаева режиссерлығындағы картина бер аҙна эсендә үк әҙер була.
«Тамыр»ҙарҙың халыҡ-ара конкурста яулаған икенсе эше - Советтар союзы геройы, яҡташыбыҙ Наталья Ковшоваға арнала. Ул да шулай уҡ һанаулы көндәрҙә ижад ителеп Мәскәүгә конкурсҡа оҙатылған. Ете минутлыҡ яҙма геройҙың тотош тормошон тиерлек һүрәтләй. Хатта, ул Мәскәүҙә лә төшөрөлгән. Картинала тарихи әйберҙәр, тарихи граффити ла йәнләнгәндәй тойола.
Әлбиттә, еңеүҙәр тик бының менән генә тамамланмай. «Телешко» балалар телевидениеһы мәктәбе тапшырыуы ла лауреат исеменә лайыҡ булды. Халыҡ-ара фестивалдә бер юлы өс уңышҡа ирешеү ул - тәжрибәле, профессионал кимәлдәге эш һөҙөмтәһе. 
Әйткәндәй, «Ҡымыҙ юлы» еңеү яулаған берҙән-бер проект түгел. Ижади коллективтың тырышлығы Халыҡ-ара кимәлдә даими баһалана. Ә инде яҡын киләсәктә тамырҙар «Ҡымыҙ юлы» кеүек үк башҡорт милләтенең башҡа төр бренд үҙенсәлектәрен дә киң тамашаға фильм итеп әҙерләп күрһәтәсәк. 

Сығанаҡ: http://tv-rb.ru/bash/novosti/m-ni-t/m-sk-n-e-e-men-n/

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb