«Тамыр» балалар телеканалы үҙенең концертын Педагог һәм остаз йылына арнаны

«Тамыр» балалар телеканалы үҙенең концертын Педагог һәм остаз йылына арнаны

25 апрелдә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының концерты тулы зал йыйҙы. "Уҡытыусыма" тип аталған концерт Рәсәй Президенты иғлан иткән Уҡытыусы һәм остаз йылына арналды.

Был көндө сәхнәлә билдәле артистар Гәлсәр Байғусҡарова, Рәфис Сирусин, Арыҫлан Оморҙаҡов менән бергә "Сулпылыр" телевизион конкурсының йәш, әммә талантлы йондоҙҙары сығыш яһаны. Стәрлетамаҡтан, Әбйәлил һәм Хәйбулла райондарынан бейеү коллективтары килде. Сәхнәнең төп хужалары - "Тамыр" телеканалы йыр студияһының йәш йырсылары. Концерт өсөн махсус рәүештә яңы йырҙар яҙылған һәм аранжировкаланған. Концертты кескәй йондоҙҙар Асель Баҙранова, Әмирхан Йәнекәев, тәжрибәле алып барыусылар Алмаз Таһиров һәм Сөмбөл Батыршина алып барҙы.

Телеканал тарафынан социаль селтәрҙә иғлан ителгән "Уҡытыусым" иншалар конкурсына йомғаҡ яһалды. Күгәрсен, Ишембай, Стәрлебаш, Белорет һәм Дәүләкән райондарынан иң яҡшы биш инша авторы уҡытыусылары менән бергә лайыҡлы наградаларҙы алды. Уларҙы "Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина тапшырҙы.

"Балаларҙы рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә өйрәтеү мөһим һәм балаларҙың үҙҙәренә рәхмәт әйтеү мөһим, - тине "Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. - Йөҙәрләгән бала бөгөн яратҡан уҡытыусыларын алҡышланы. Йөҙләгән бала сәхнәлә сығыш яһаны һәм тамашасыларҙың рәхмәтен тойҙо. Телеканал коллективы балаларҙы дәртләндерҙе һәм үҙе лә йәш тамашасылар өсөн илдә иң яҡшы тапшырыуҙар булдырыуға илһамланды”.

«Тамыр» балалар телеканалы үҙенең концертын Педагог һәм остаз йылына арнаны
«Тамыр» балалар телеканалы үҙенең концертын Педагог һәм остаз йылына арнаны
«Тамыр» балалар телеканалы үҙенең концертын Педагог һәм остаз йылына арнаны
«Тамыр» балалар телеканалы үҙенең концертын Педагог һәм остаз йылына арнаны
«Тамыр» балалар телеканалы үҙенең концертын Педагог һәм остаз йылына арнаны
«Тамыр» балалар телеканалы үҙенең концертын Педагог һәм остаз йылына арнаны
«Тамыр» балалар телеканалы үҙенең концертын Педагог һәм остаз йылына арнаны

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb