Тамыр" балалар телеканалының "Умырзая" фильм-әкиәте "ТЭФИ-Төбәк" Бөтә Рәсәй конкурсының финалында

Тамыр" балалар телеканалының "Умырзая" фильм-әкиәте "ТЭФИ-Төбәк" Бөтә Рәсәй конкурсының финалында

 “Тамыр" балалар телеканалы хәбәр итеүенсә,  "Умырзая" фильм-әкиәте "ТЭФИ-Төбәк" Бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡҡан. Бөтәһе 12 номинация билдәләнгән, һәр береһендә өс проект һайлап алынған. Статуэткалар хужалары декабрҙә билдәле буласаҡ.

 "Тамыр" телеканалары директоры Гөлназ Ҡолһарина әйтеүенсә, телевидение шарттарында әкиәт төшөрөү бөтә коллективтан ҙур көс талап иткән үтә ҡатмарлы эш булып тора. Башҡортостанда тәүге бронза "Орфей" статуэткаһы 2004 йылда шулай уҡ балалар әкиәте өсөн тапшырылғайны.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек, федераль конкурста "Тамыр" телеканаланың "Ҡоралай" фильмы еңеп сыҡҡайны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb