"Тамыр" каналы ойошторған "Сулпылар" республика телевизион конкурсының еңеүселәре билдәләнде

"Тамыр" каналы ойошторған "Сулпылар" республика телевизион конкурсының еңеүселәре билдәләнде

"Тамыр" каналы ойошторған "Сулпылар" республика телевизион конкурсы сирек быуаттан ашыу талантлы балаларҙы үҙенә йыя. Йыл башында республикабыҙҙың төрлө ҡала-районынан 200 самаһы йыр-моңға һәләтле малай-ҡыҙы бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергәйне. Интернетта барған онлайн-тауыш биреү һөҙөмтәһендә уларҙың 70-е һайлап алынды. Икенсе турға үткән 30 кешенән 12-һе генә финалға килеп етте. Конкурс барышын йыл буйына зәңгәр экран аша күҙәтеп барҙыҡ. Жюри ағзалары Гөлнара Хәлфетдинова, Илнур Рамазанов, Венер Камалов һәм башҡалар балаларға актер оҫталығы, тамашасы менән аралашыу, вокал буйынса аҡыллы кәңәштәр бирҙе. Уларға "йондоҙло" эксперттар ҙа ҡушылып, ябай тамашасы күҙлегенән сығып фекерҙәре менән бүлеште. "Сулпылар" республика телевизион конкурсының алып барыусыһы Алмас Таһиров һәр сығарылышты ҡыҙыҡлы итеп ойошторҙо. Былтыр конкурстың финалы "Өфө уттары" күңел асыу комплексында "Сулпылар йондоҙҙары бейетә" дискотекаһы форматында үтһә, быйыл йәш таланттар тәү тапҡыр ҙур сәхнәгә сыҡты. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залы "Сулпылар" – ҙур ғаилә" тип аталған тамашаны түҙемһеҙләнеп көткән бәләкәй тамашасылар, ата-әсәләр һәм олатай-өләсәйҙәр менән тулғайны. Кескәйҙәр гөж килеп концерт ҡараны – берәүҙәр яратҡан йырсыһына ҡушылып рәхәтләнеп йырланы, икенселәр арығансы бейене. Йырлап-бейемәйенсә күңел түҙәме, ана, сәхнәлә сығыш яһаған ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәрен һыуҙағы балыҡ кеүек тота! Әбйәлилдән Айгизә Вәлиева "Бер алманы бишкә бүләйек" йырын башҡарғас, зал уны оҙаҡ алҡышланы. Киләсәктә Айгизәнән бик шәп артист сыҡмаҡсы! Ҡыҙсыҡ барлыҡ залдың күңелен яулап алды, уға һоҡланмаған кеше ҡалманы. Тағы бер талант эйәһе , иң йәш ҡатнашыусыларҙың береһе, Өфө малайы Арыҫлан Ҡырымсурин Ш. Бабичтың “Башҡортостан” йырын башҡарғанда барлыҡ тамашасы ҡушылып йырланы, аяҡ үҙенән үҙе тыпырлауға күсте. Бәләкәстең ошо йәштә ҙур сәхнәгә сығырға баҙнат итеүе – үҙе бер батырлыҡ. Силәбе ҡалаһынан килгән Артур Асҡаров тураһында ла тик маҡтау һүҙҙәре әйтергә мөмкин. Тәүге сығышы менән сағыштырып ҡарағанда күҙ алдында күренеп үҫте, һәр кәңәште тотоп шөғөлләнде, вокал буйынса ғына түгел, телмәре өҫтөндә лә эшләне, күп итеп башҡортса китаптар уҡыны, ти уның хаҡта ойоштороусылар. Үтеп барған Ғаилә йылына арналған концертта Венер Камалов ҡыҙҙары Дилбәр һәм Гөлдәр, диджей Булат Сарбаев улы Ирхан, йырсы Илнур Рамазанов ҡустыһы Илшат менән сығыш яһаны. Сарала "Сулпылар" ҙың алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы Алмасҡа атаһы актер Илгиз Таһиров ярҙам итте. Тамашаны режиссер Гөлсәсәк Игебаева һәм мөхәррир Асия Шаһмина әҙерләгән. Шулай итеп, бәйге номинацияларына Айгизә Вәлиева ("Халыҡсан тауыш"), Арыҫлан Ҡырымсурин ("Иң ҡыйыу башҡарыусы"), Диана Бәҙретдинова ("Эстрадабыҙ өмөтө") һәм Айзель Әҙелбаева ("Иң һөйкөмлө башҡарыусы") лайыҡ булды. Өсөнсө урын хужалары булып Сәйҙә Гәрәйшина (Өфө ҡалаһы), Артур Асҡаров һәм Сәлим Ғөбәйҙуллин (Хәйбулла районы) танылды. Икенселектә — Илештән Илнар Ғилметдинов һәм Хәйбулланан Гөлдәр Аллабирҙина булһа, беренсе урынға Әбйәлилдән Ринат Ғаззалов сыҡты. Ә конкурстың төп призы —гран при Миәкә яҡтарына юлланды, сөнки йәш таланттар араһында Искәндәр Тажетдиновҡа етеүсе булманы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb