«Тамыр» телеканалы «Бишек» бәйгеһендә ҡатнашырға саҡыра

«Тамыр» телеканалы «Бишек» бәйгеһендә ҡатнашырға саҡыра

«Тамыр» телеканалы «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк ойошмаһы менән берлектә «БИШЕК» бәйгеһен үткәрә. Конкурс өс номинацияла үтә:
1. Бала башҡарған бишек йыры;
2. Бала һәм өлкән кеше башҡарған бишек йыры;
3. Бишек эшләү оҫтаһы. Конкурста ҡатнашыу өсөн өсөн:
1. Документ итеп айырым беркетелгән ғариза;
2. Беренсе һәм икенсе номинацияла ҡатнашҡандар тере тауышта башҡарылған йырҙың видеоһын, ә өсөнсө номинацияла ҡатнашҡандар оҫтаның үҙбишеге менән төшкән фотоһы һәм айырым бишек фотоларын беркетеп, «Бәйләнештә» селтәрендәге «БИШЕК» төркөмөнә шәхси хәбәр итеп ебәрергә тейеш. Конкурс онотолоп барған боронғо бишек йырҙарын яңынан тергеҙеп, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын киләсәк быуындарға еткереү маҡсатында ойошторола.
Проект Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы грантына башҡарыла. Ғаризалар 7 августҡа тиклем генә ҡабул ителә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb