6 февраль "Родина" кинотеатрында "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы "Уйынсыҡ түгел" тип аталған үҫмерҙәр өсөн телесериалының исем туйын үткәрә.
Сериал өлкәндәр менән балалар мөнәсәбәте хаҡында. Бала уйынсыҡ түгел, тигән идея күтәрелә сюжетта. Тормошта йыш ҡына өлкәндәр бала күңеленә, донъяға ҡарашына, фекеренә иғтибар итмәй. Сериалда төрлө ғаиләлә үҫкән, төрлө холоҡло үҫмер балалар етди ҡаршылыҡтарға осрай. Оло эштәрҙе йырып сығыр өсөн өлкәндәрҙең таяныс булыуы кәрәк икәнен аңлайҙар.
Сериалды ҙур булмаған, әммә көслө ижади команда тормошҡа ашырҙы: концепция авторы - Гөлназ Ҡолһарина, сценарий авторы - Дамир Йосопов, ҡуйыусы режиссер - Гөлсәсәк Игебаева, ҡуйыусы оператор - Шамил Кәримов, продюсер - Гөлшат Ғәлиуллина, ҡораусы режиссер - Дамир Сәлимов, тауыш режиссерҙары - Гөлфинә Латыпова һәм Артур Панкратов, режиссер ярҙамылары - Дилара Сөләймәнова һәм Айҙар Ғәйнетдинов. Музыканы билдәле композитор Айҙар Хәмзин яҙҙы. Фильм Өфөлә, Ғафури һәм Архангел райондарында төшөрөлдө.
Исем туйы ҡунаҡтарын уйындар, ҡыҙыл келәм, фотоға төшөү, фильм ҡарау, сериалдың ижади төркөмө һәм блогерҙар менән күңелле осрашыу көтә.
Билет урынына яратҡан уйынсығыңды күрһәтергә кәрәк, ти ойоштороусылар.
Кино киске сәғәт 6-ла башлана.