«Тамыр» телеканалының «Елкән» проекты эфирға сыға башланы. Уны республика балалар телеканалы Башҡортостандың Мәҙәниәт министры һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡорт тарихы йылына бағышлап әҙерләй.
Конкурста 8 йәштән 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен һәм халыҡ көйҙәрен башҡара. Конкурсҡа 173 йәш башҡарыусы һайлап алынған.
Еңеүселәр дүрт номинацияла билдәләнәсәк. Фортепиано, ҡыллы, тынлы һәм халыҡ музыка ҡоралдарында башҡорт музыкаһын иң оҫта башҡарыусылар баһа аласаҡ. Улар конкурстың һайлап алыу туры аша видеояҙмалар ебәреп үтте инде, алда уларҙы конкурс көндәре һәм финал концерты көтә. Унда улар бер оркестр булып та сығыш яһаясаҡ.
«Елкән» балалар музыкаль бәйгеһе октябрь аҙағына тиклем дауам итә. Уны һәр кесаҙна Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында ҡарағыҙ.