Республика халыҡ ижады үҙәге II «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсына ғаризалар ҡабул итә башлай. Конкурста 16 йәштән өлкән оҫталар, костюм буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, профилле юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашырға мөмкин.
Ғаризалар 2021 йылдың 1 октябренән 20 октябренә тиклем ҡабул ителә. Конкурс эштәре түбәндәге йүнәлештәргә тап килә:
«Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция»,
«Заманса автор костюмы»,
«Балалар кейеме»,
«Башҡорт милли биҙәүестәре»,
«Башҡорт традицион костюм аксессуарҙары».
Конкурстан тыш махсус бүләктәр тапшырыла: «Башҡорт халыҡ кейемен һаҡлауға һәм үҫтереүгә өлөш индергән өсөн», «Башҡорт традицион кейемен пропагандалаған өсөн», «Башҡорт мәҙәниәте амбассадоры», «Ғаилә реликвияһы», «Тамашасылар һөйөүе призы».
Конкурс барышында ижади лаборатория, конкурс лауреаттарынан оҫталыҡ кластары ойошторола. Йыл дауамында лауреаттарҙың конкурс эштәренән күргәҙмәләр планлаштырыла. Костюмдар дефиле форматында күрһәтелә.
Положение менән Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында танышырға мөмкин.