Танылған актриса Тәнзилә Хисамова үҙ юбилейын «Бәхет хаҡы» спектакле менән билдәләй

Танылған актриса Тәнзилә Хисамова үҙ юбилейын «Бәхет хаҡы» спектакле менән билдәләй

4 апрелдә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Тәнзилә Хисамова матур ғүмер байрамын – 80 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Был көндө театрҙа Хәлисә Мөҙәрисованың әҫәре буйынса «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһы (режиссёры – Айрат Абушахманов) күрһәтелә. Юбиляр Әсә ролендә сығыш яһай.

Тәнзилә Динислам ҡыҙы Хисамова Ишембай районының Һайран ауылында тыуып үҫкән. 1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлеген уңышлы тамамлағас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эш башлай.

Ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлаған, ижад емештәре менән республиканың мәҙәни мираҫына ҙур өлөш индергән, халҡының рухын байытҡан Тәнзилә Хисамованың исеме театр йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Сәхнәнән инде нисәмә быуын тамашасыһына бәхетле минуттар, яҡты хистәр бүләк итә ул.

Талантлы актриса тәүге ролдәренән үк тамашасыларҙың, театр йәмәғәтселегенең оло ихтирамын һәм һөйөүен яулай. Ул драматик, комик, лирик һәм киҫкен характерлы образдарҙы берҙәй оҫталыҡ менән башҡара. Сәлимә («Шоңҡар», Ә.Атнабаев), Люба («Өлөшһөҙҙәр», Н.Лесков), Таңсулпан («Таңсулпан», Ҡ.Даян), Надя, Полина («Трибунал», А.Макаёнок), Гөлниса («Рәйсә + Фәйзи», Н.Асанбаев), Зөмрәт («Нәркәс», И.Йомағолов), Мәғәфүрә («Минең ғаиләм», Т.Дәүләтбирҙина), Ил инәһе («Ай тотолған төндә», М.Кәрим), Әсә («Бәхет хаҡы», Х.Мөҙәрисова), Фәнүзә («Бер мәл санаторийҙа...», Н.Ғәйетбаев), Ғилми («Ҡара йөҙҙәр», М.Ғафури), Убырлы ҡарсыҡ («Зөләйха күҙҙәрен аса», Г.Яхина), Бәндәбикә («Бөйрәкәй», Т.Ғарипова) һәм башҡа бик күп ролдәре быға асыҡ дәлил булып тора. Ниндәй генә героиняларҙы уйнамаһын, бөтә күңелен, тырышлығын һалып, һәр береһенә шәхси ҡараш табып, үҙ тәжрибәһенән сығып байыта уларҙы Тәнзилә Динислам ҡыҙы.

Актриса кино сәнғәтенә лә ҙур өлөш индерә. Уны башҡорт кинорежиссёрҙары төшөргән «Миҙал», «Ай ҡыҙы», «Өс таған», «Бетеү» фильмдары аша беләләр, яратып ҡарайҙар.

Тәнзилә Хисамованың Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ижад итеүенә ярты быуаттан ашыу ғүмер уҙған. Ул бөгөнгө көндә лә Театр ғали йәнәптәренә тоғро, дәртләнеп халыҡтың күңелен рухи яҡтан байытырлыҡ образдар тыуҙыра, сәнғәткә һөйөү уята. Ижади ҡомар менән янып-ярһып йәшәй Актриса! Уның фиҙаҡәр хеҙмәте, ижади энергияһы – йәштәргә оло үрнәк, һайлаған һөнәренә тоғролоҡ өлгөһө, ысын мәғәнәһендә ижади ҡаһарманлыҡ билдәһе. Сәхнәһеҙ үҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай Тәнзилә Динислам ҡыҙы, сөнки театр уның өсөн эш урыны ғына түгел, ә бөтә яҙмышы, бар булмышы.

Әллә күпме сағыу ролдәре менән тамашасы күңелен әсир иткән һоҡланғыс, мәңге йәш һәм алсаҡ Тәнзилә Динислам ҡыҙы Хисамованың юбилей бенефисына көтөп ҡалабыҙ! 19:00 сәғәттә башлана.

Гөлназ ҒӘЛИЕВА, театрҙың әҙәби-драматургия бүлеге мөхәррире.

Танылған актриса Тәнзилә Хисамова үҙ юбилейын «Бәхет хаҡы» спектакле менән билдәләй
Танылған актриса Тәнзилә Хисамова үҙ юбилейын «Бәхет хаҡы» спектакле менән билдәләй
Танылған актриса Тәнзилә Хисамова үҙ юбилейын «Бәхет хаҡы» спектакле менән билдәләй

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb