Танылған шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа вафат булды

Танылған шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа вафат булды

Танылған шағир һәм тәржемәсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әҙәби премиялар лауреаты Әсхәл Әхмәт-Хужа (Әсхәл Әбүталип улы Әхмәтҡужин) яҡты донъяларҙы ташлап киткән. Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Һуңғы юлға оҙатыу 10 ноябрь көнө иртән Әбйәлил районының Асҡар ауылының Горная урамы, 50А адресы буйынса үтәсәк.

Әхмәтҡужин Әсхәл Әбүталип улы 1942 йылдың 24 июнендә Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуған. Ауылдарында урта мәктәпте тамамлай. Унан һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала. 1965—1985 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары, яуаплы сәркәтип вазифаларын башҡара. Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстар тамамлап ҡайта, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй. 1996 йылдан Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе.

1970 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы, 1983 йылдан КПСС ағзаһы. 30-лап китап авторы.

Әсхәл Әхмәт-Хужа 2015 йылда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb