Танылған яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың рус телендә "Под устаревшим солнцем" исемле китабы донъя күрҙе

Танылған яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың рус телендә "Под устаревшим солнцем" исемле китабы донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, танылған яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың рус телендә "Под устаревшим солнцем" исемле китабын сығарҙы.  Унда әҙиптең тәржемәләнгән республика һәм Рәсәй кимәлендә төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған повестәр һәм хикәйәләр тупланған. Улар бөгөнгө заман кешеһен уйландырыр, моңға һалыр, тәү уҡыуҙан ғына аңлашылмаҫ, аҙаҡтан ғына бар асылы менән аңға үтеп инер. Мөнир Ҡунафин “Шундай мәлем”, “Ғүмер тигәндәре…”, “Тәңре өрөк ҡапҡанда”, «Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә…» исемле китаптар авторы.

"Под устаревшим солнцем" исемле китап нәшриәттең сауҙа нөктәләрендә һатыуға ҡуйылған.

Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин –билдәле журналист һәм  шағир, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин 1971 йылдың 17 мартында Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуған. 1988 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын, 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.

Уның хеҙмәт эшмәкәрлеге журналистика менән бәйле. «Йәшлек» республика йәштәре гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары була, артабан «Ватандаш» журналында бүлек мөдире булып эшләй. 2012 йылдан «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррир вазифаһын башҡара.

Шиғриәт, проза менән бер рәттән Мөнир Ҡунафин драматургияла ла яңынан-яңы үрҙәр яулай. Уның Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәләштереүендә «Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын…» философик спектакле] тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителде. Драматургиялағы дебюты 2005 йыл: Ғафури районының Сәйетбаба ауылы халыҡ театры уның «Бер ус бойҙай» пьесаһын ҡуя.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb