«Татар-информ»да Башҡорт дәүләт академия драма театрының Ҡазан гастролдәренә бағышланған матбуғат конференцияһы уҙҙы

«Татар-информ»да Башҡорт дәүләт академия драма театрының Ҡазан гастролдәренә бағышланған матбуғат конференцияһы уҙҙы

12 мартта «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығында М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Ҡазан гастролдәренә бағышланған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Һөйләшеү театрҙың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан апрель айында Ҡазанда үтәсәк гастролдәр хаҡында барҙы. 
Татарстан журналистары менән уҙған конференцияла М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Олег Ханов, «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә төп ролде башҡарыусы актриса Римма Ҡаһарманова һәм Г.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры директоры Илфир Якупов ҡатнашты. 
М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының алмаш гастролдәре 3 – 7 апрелдә Г.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә үтәсәк. Гастроль репертуарында — һуңғы йылдарҙа донъя күргән сәхнә әҫәрҙәре: «Урал Батыр» (башҡорт халыҡ эпосы буйынса), «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц.), «Баллы, тирәкле Балтирәк» (А.Ишбулдина), «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме…» (Ф.Бүләков), «Иң бәхетле төн!..» (А.Касона), «Бәхет хаҡы» (Х.Мөҙәрисова). 
Матбуғат конференцияһынан видео: https://youtu.be/f76t2_xCWL8 
Гастролдәр репертуарындағы спектаклдәр тураһында видео: https://youtu.be/iH2rm3HmqgU

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb