"Тауыш тылсымы” фестивале

"Тауыш тылсымы” фестивале
Бөтә Рәсәй "Тауыш тылсымы” фестиваль-конкурсы заявкалар ҡабул итеүҙе дауам итә.
Тиҙҙән Башҡортостанда Икенсе Бөтә Рәсәй « Тауыш тылсымы” фестиваль-конкурсы уҙасаҡ.

Музыкаль форумдың географияһы киң генә, республикабыҙҙың Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Кумертау, Белорет, Учалы, Нефтекамск, Октябрьский, Бәләбәй ҡалаларынан һәм Раевка ҡасабаһынан бәйгеселәр ҡатнаша. Бәйгеселәр “Фортепиано”, “Ҡыллы инструменттар”, “Тынлы һәм һуҡма инструменттар”, “Инструменталь ансамбль”, “Халыҡ инструменттары”, “Вокал” номинациялары буйынса көс һынашасаҡ.

« Тауыш тылсымы” конкурсы - өйөгөҙгә килер!», -ти Башҡортостан Республикаһының В.Т. Спиваков исемендәге Фонд етәксеһе Артур Назиуллин. Был фестиваль башҡа бәйгеләрҙән айырыла. Баһалама ағзалары ҡатнашырға теләүсе бәйгеселәр йәшәгән ҡала, райондарға сығып йәш таланттарҙы һайлап ала. Һәр теләгән йәш талант эйәһенең башҡалаға юлланып, барып ҡайтыу мөмкинселеге юҡ. Шуның өсөн дә конкурстың географияһын киңәйтеү – беҙҙең төп бурыс”.

25 октябрҙән алып 03 ноябргә тиклем бәйге һәм баһалама ағзаларының концерттары уҙасаҡ.
Жюри ағзалары йәш музыканттарҙың оҫталығын тикшереү менән бер рәттән һөнәри тәжрибә һәм мастер-класстар ҙа үткәрергә вәғәҙә итә.

Заявкалар ағымдағы йылдың 10 октябренә тиклем ҡабул ителә һәм ошо электрон адресҡа Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. ебәреүегеҙ һорала.

Заявканы түбәндәге һылтанма буйынса алырға мөмкин
http://ufa.spivakov.ru/docs/zajavka_na_uchastie_vo_vtorom_vserossijskom_festiv.doc
Положение менән танышыр өсөн һылтанма http://ufa.spivakov.ru/docs/polozhenie_vtorogo_vserossijskogo_festivalja-konku.pdf


Сығанаҡ: Башкортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb