«Тауҙар һулышы» концерт программаһына рәхим итегеҙ

«Тауҙар һулышы» концерт программаһына рәхим итегеҙ

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рушан БИКТИМЕРОВ тамашасы һөйөүен яулаған абруйлы ҡурайсыларҙың береһе. Уны республикала ғына түгел, ә сит ерҙәрҙә лә ихлас ҡаршы алалар. Рушан БИКТИМЕРОВ ижадын һөйөүселәрҙе шатландырырға ашығабыҙ: 6 декабрь Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы мауыҡтырғыс ҡурай, йыр моңона тулы «Тауҙарҙың һулышы» яңы концерт программаһына саҡыра. Рушан БИКТИМЕРОВ һәм уның ижадташ дуҫтары башҡарыуындағы халыҡ һәм заманса көйҙәрҙе тыңлап, хис-тойғолар ҡайнарлығында ләззәт алып, рухи аҙыҡ туплап ҡайтырһығыҙ. «Тауҙарҙың һулышы» тип исемләнгән серле, тетрәндергес кисәлә Башҡортостан Республикаһының ХАЛЫҠ ҠОРАЛДАРЫ МИЛЛИ ОРКЕСТРЫ (етәксеһе – Линар ДӘҮЛӘТБАЕВ), Азат АЙЫТҠОЛОВ, Ришат РӘХИМОВ, Ишморат ИЛБӘКОВ, Миңлеғафур ЗӘЙНЕТДИНОВ (ҡубыҙ), Радик ВӘЛМӨХӘМӘТОВ (йыр), Әлфиә ЮЛСУРИНА (йыр), Гүзәл ҮМӘРҒӘЛИНА (думбыра), филармо-нияның ҠУРАЙСЫЛАР КВИНТЕТЫ (Азат БИКСУРИН, Илнур ХӘЙРУЛЛИН, Рушан БИКТИМЕРОВ, Илшат ИШМОРАТОВ), Дмитрий КИТАЕВ (гитара) һәм йәш таланттар ҡатнаша.
2000 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Рушан Салауат улы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов етәкселегендәге төркөмдә эшләй. Рушан БИКТИМЕРОВтың виртуоз уйнауы төрлө ҡала, республика һәм региональ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстарында һәм фестивалдәрҙә тейешлесә баһалана. Ул Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге һәм Ғата Сөләймәнов исемендәге республика ҡурайсылар конкурстарында – беренсе урын яулай. Музыкант «Яңы исемдәр» мәрхәмәтлек фонды стипендиаты ла. БИКТИМЕРОВ Рушан – республика сараларының әүҙем ҡатнашыу-сыһы: Мәскәүҙә, Ырымбурҙа, Санкт-Петербурга үткәрелеп килгән Республика көндәрендә, ЮНЕСКО һәм Бөтә башҡорттары ҡоролтайы юлы буйынса хөкүмәт делегация составында Рәсәй һәм сит ил төбәктәренә сыға. Республика сәнғәт оҫталары менән бергә башҡорт милли сәнғәтен Әзербайжанда, Хакас республикаһында, Төркиә, Германия, Испания, Франция, Андорре һәм Эстония илдәрендә лайыҡлы яҡлай. Ҡурай моңо һөйөүселәр, тамашаға рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb