Мәжит Ғафури исмендәге Башҡорт академия драма театры 96-сы миҙгелен ябыуға ҡарамаҫтан, театрҙа ижади тормош ҡайнай, тиһәң дә хата булмаҫ. Премеьера артынан премьера, ҡарап өлгөр генә: Ҙур сәхнәлә - «Ул бит кисә ине», «Мин һинең ҡәйнәң булам», Бәләкәй сәхнәлә - «Самрау» балалар театр студияһы тәрбиәләнеүселәренең «Ҡарасҡы менән селфи» һәм бына тағы ла бер премьера спектакле - «Троя хаҡында йыр. Хәҙер һәм ошонда уҡ». Был ижади проект Хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы республика семинар-лабораторияһы сикәтерндә тыуҙы. Идея авторҙары һәм проект етәкселәре – танылған режиссер Искәндәр Саҡаев һәм билдәле драматург Владимир Жеребцов. Семинарҙа ҡатнашыусы 4 драматург Гомер әҫәренә булған ҡарашы менән бүлешә. Проектта беҙҙең театр артистары – Рәсәйҙең һәм Башҡортсотандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Юнысова, артистар Айһылыу Йомағолова, Лилиә Ғәлина, Айҙар Шәмсетдинова, Зилиә Ситдиҡова, Морат Рафиҡов һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Фәнил Ҡарасурин ҡатнаша. Спектаклде музыкаль яҡтан «Ятаған» этно-рок төркөмө биҙәй.
31 май, 19.00 сәғәттә (Бәләкәй сәхнә)
Билет хаҡы: 200 һум
Билеттарҙы спектаклдең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә http://vk.com/event121990200, йә https://ufaconcert.ru/node/1979001 сайтында һатып алырға мөмкин. Бәйләнеш өсөн телефон: +79631367007