Театрҙа яңы миҙгелгә әҙерлек башланды

Театрҙа яңы миҙгелгә әҙерлек башланды

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында балалар өсөн өр-яңы спектакль репетициялары башланды. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев был юлы Дамир Сәлимйәновтың «Көләс Роджер» пьесаһы буйынса «Диңгеҙ. Утрау. Хазина» тип аталған мөхәббәт хаҡында пират балладаһы өҫтөндә эш башланы. Пьеса балалар бик яратҡан пираттар уйынын хәтерләтә: ҡапма -ҡаршы торған ике пират командаһы хазина эҙләргә юллана. Икеһе лә тик еңеү һәм байлыҡ көҫәй, әммә ике командала ла хазинаға илтеүсе картаның яртышар өлөшө генә. Аңлашыла, картаның яртыһы дошман яғында. Һәр команданың маҡсаты, картаның икенсе яртыһын ҡулға төшөрөп, табышҡа эйә булыу. Әммә был юлда пираттар ниндәй генә мажараларға юлыҡмай: алыштар, алданыуҙар, ҡурҡыныс та, күңелле лә хәлдәр, хатта мөхәббәт! Ҡыҫҡаһы, хазина эҙләү ике команда өсөн дә мажаралар серияһына әйләнә.

Режиссер, педагог, драматург Дамир Сәлимйәновтың «Көләс Роджер»ы Рәсәйҙә генә түгел сит илдәрҙә лә билдәле. Автор бөгөнгө көндә Глазов ҡалаһы «Парафраз» драма театрының баш режиссеры. Төрлө кимәлдә уҙғарылған балалар спектаклдәре фестивалдәрендә мастер - кластар биргән оҫта.
Хазина кемгә эләгер, әлегә билдәһеҙ, әммә «профессиональ пираттар» бөгөн репетицияларҙан арып-талып таралыша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb