Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актерҙар — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнара Әмирова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров менән "Театр ҡунаҡханаһы"на осрашыуға саҡыра.
Яратҡан актерҙар менән ихласлап аралашырға, шиғырҙар, йырҙар, артистар тормошонан мәҙәктәр тыңларға, иҫтәлеккә фотоға төшөргә һәм автограф алырға мөмкинлек биргән сара - 27 ғинуарҙа Театр ҡунаҡханаһында буласаҡ.
Кисәне Башҡортостандың халыҡ артисы Сара Буранбаева алып бара. Осрашыу киске 7-лә башлана.