«Китап – ғәжәйеп нәмәләр күренәсәк көҙгө, аулаҡтағы серҙәш, фекерҙәрҙе нурландырыусы, аҡыллы кешеләрҙең аҡылдарын күҙгә күрһәтеүсе файҙаһы күп нәмә». Ризаитдин Фәхретдиндың был һүҙҙәре театрҙа Тамашасы китабын булдырыуҙың төп маҡсатын асыҡтан - асыҡ билдәләй кеүек. Театрҙағы тамашасылар китабы, ысынлап та, иң серле, иң тылсымлы китап, сөнки ул тамашсының күңел даръяһы, зиһен осошо, хыял ҡанаттары. Был китапҡа театрға килгән һәр тамашасы үҙенең уй-фекерҙәрен, теләктәрен яҙа ала.