Күптән түгел “Мин ҡояшҡа тиңләштем” исем аҫтында Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актрисаһы Рима Ғәлиуллина 65 йәшлек матур юбилейын билдәләне.
Юбилей кисәһендә театр-концерт берләшмәһе директоры Харис Зәбих улы Әбдрәхимов Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығынан Маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Шулай уҡ тантаналы сарала абруйлы ҡунаҡтарҙан Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты Рөстәм Дәминев, мәҙәниәт бүлегенең баш инспекторы Раушания Әсхәт ҡыҙы, ҡала мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюз комитеты рәйесе Н.Клочкова ҡатнашып Рима Хәмиҙулла ҡыҙын, оҙаҡ йылдар театр сәнғәтенә фиҙаҡәр хеҙмәт иткәне өсөн Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
Кисәне алып барыусылар – театрҙың талантлы актерҙары Илһам һәм Физәлиә Рәхимовтар Рима ханымдың театр донъяһында башлаған тәүге аҙымдарынан алып, әлеге көнгәсә тормош һәм ижад юлына байҡау яһаны. Әлбиттә, был тәңгәлдә курсташтарының, ул етәкләгән “Шатлыҡ” үҙешмәкәр халыҡ театрында йөрөүселәрҙең телмәре иҫ киткес йылы тәьҫораттар менән һуғарылды. Сәхнәгә күтәрелеүсе туғандарының, дуҫтарының, коллегаларының да һәр һүҙе Рима Ғәлиуллинаның талантына һоҡланыу һәм ғорурланыу мәҙхиәһе булып яңғыраны.
Рима Ғәлиуллина уйнаған спектаклдәрҙән күрһәтелгән өҙөктәргә ҡушып юбилей кисәһен, шулай уҡ, Башҡортостандың халыҡ артистары Физәлиә Рәхимова һәм Альберт Шаһиев, атҡаҙанған артисы Илһам Рәхимов, театрыбыҙҙың йондоҙҙары Резеда Әмәкәсова, Илфир Баймырҙин башҡарыуында йырҙар, Бейеү театры егеттәренең дәртле бейеүе биҙәне. Шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһөйәр Ғизитдинованың йыр-күстәнәсен тамашасылар бик йылы һәм дәррәү алҡыштар менән ҡабул итте.
Кисә һуңында юбиляр ошондай матур тантананы ойоштороп алып барыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәтен белдереп изге теләктәрен юлланы.
Актрисаның 40 йыл ғүмере халыҡҡа, сәнғәткә һөйөү, ижад менән үткән. Берәүҙәргә – ҡояш, берәүҙәргә – ай булып йөрөү Рима апай өсөн ят күренеш. “Театр – ул минең булмышым, яҙмышым, барлығым һәм байлығым”, - тип йәшәгән шәхескә тағы ла сағыу образдар тыуҙырырға яҙһын. Күңелен ҡояштай балҡытып тирә-яҡҡа йылылыҡ бөркөп, нур һибеп ижад үрҙәрен артылырға яҙһын!
Рима Ғәлиуллина 1952 йылдың 3 ғинуарында Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында донъяға килә. Әсәһе менән атаһы уҡытыусы һөнәрен үҙ итһәләр ҙә, сәнғәткә, йыр-моңға бик ғашиҡ кешеләр була. Улар менән бергә сәхнәләрҙә бейеп, йырлап, шиғырҙар һөйләп, “артистка” исемен алған ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, сәнғәт юлын һайлай.
Тамашасы уны ҡабатланмаҫ героинялары өсөн ярата: К. Аҡбашевтың “Ут күршеләр” комедияһындағы Әсмәбикәне, Х. Ибраһимовтың “Ҡатыным – алтыным” комедияһындағы Өмәмәне, М.Буранғоловтың “Шәүрәкәй” драмаһындағы Аҫылбикәне, М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ында Иркәбикәне, Т.Ғарипованың “Ямғыр көткәндә” драмаһындағы Сараны кемдәр генә хәтерләмәй икән?! Бөгөн репертуарҙы биҙәгән Т.Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар...” драмаһындағы Ания, ун йыл дауамында сәхнәнән төшмәй уйналған М. Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” музыкаль драмаһындағы Бәҙиға абыстай ролдәре - Рима ханымдың отошло образдары.