Театр һәм кино актеры Илфат Йомағолов вафат булды

Театр һәм кино актеры Илфат Йомағолов вафат булды

22  сентябрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, театр һәм кино актеры Илфат Йомағолов 56 йәшендә вафат булды.   

Илфат Йомағолов Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры, Өфө "Нур" татар драма театрында эшләне. Ул "Ай тотолған төндә", "Һуңғы уҙаман", "Балаҡайҙарым", "Һөйәһеңме, һөймәһеңме" спектаклдәрендә айырыуса сағыу һәм уңышлы сығыш яһай. "Ай ҡыҙы" дауамлы нәфис фильмы, "Миҙал", "Рәхмәт" кеүек киноларҙа төп ролдәрҙе уйнаны. Илфат Йомағолов шулай уҡ тәржемә эше менән шөғөлләнде, пьеса һәм шиғырҙар ижад итте.

Мәрхүмде бөгөн-24 сентябрҙә һуңғы юлға оҙатасаҡтар. Илфат Йомағолов тыуған яғында - Ғафури районында ерләнәсәк. Билдәле актер тураһында хәтирәләр, яҡты иҫтәлектәр тамашасы күңелендә мәңге һаҡланыр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb