«Театрҙар – балаларға» проекты Ҡурсаҡ театрына финанс ярҙам күрһәтә

«Театрҙар – балаларға» проекты Ҡурсаҡ театрына финанс ярҙам күрһәтә

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Театрҙар – балаларға» проекты сиктәрендә матди ярҙам алды. Театрға 7.7 миллион һум бүленгән. Был программа Рәсәйҙең 198 балалар һәм ҡурсаҡ  театрҙарын берләштерә һәм уларҙың материаль-техник базаһын нығытыуҙы, репертуарҙарының сифатын яҡшыртыу өсөн шарттар булдырыу һәм төбәктәрҙә балалар өсөн яңы сәхнә әҫәрҙәрен популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Бүленгән ярҙам сиктәрендә ҡурсаҡ театры башҡорт риүәйәттәре һәм ҡобайырҙарына таянып ижад ителгән Владимир Аношкин пьесаһы буйынса «Орнамент нимә тураһында йырлай? » (режиссеры – Альберт Имаметдинов) спектаклен сәхнәләштерергә ниәтләй. Шулай уҡ Роман Сванидзе пьесаһы буйынса «Йәшә” спектаклен (режиссеры- Виктория Щербакова) сәхнәгә ҡуясаҡ. Гастролдәр өсөн яңы автобус һәм онлайн-трансляциялар үткәреү өсөн махсус ҡорамалдар алыу шулай уҡ ошо проект аҡсаһына алынасаҡ.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры менән бер рәттән «Театрҙар – балаларға» проекты ярҙамына шулай уҡ Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм Сибай концерт-театр берләшмәһе составында «Сулпан» балалар театры лайыҡ булды.

Матди ярҙамдың дөйөм суммаһы 25.5 миллион һумдан ашыу. Артистарҙың ял ваҡыты үткәс был аҡсалар театрҙарға күсә. Спектаклдәрҙең премьераһы  2020 йылдың сентябрь-октябрь айҙарында көтөлә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb