Телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранттарын алыуға 325 ғариза бирелгән

Телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранттарын алыуға 325 ғариза бирелгән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранттарын алыуға 325 ғариза бирелгән.

Өфөлә эксперт советы республикалағы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранттарын алыуға ғаризаларҙы ҡарай.

Конкурсҡа бөтәһе 325 ғариза килгән: мәҙәниәт өлкәһендә 79 ғариза, мәғариф өлкәһендә — 130, спорт һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендә — 14, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә — 64, фән өлкәһендә — 38.

Ҡатнашыусылар эшмәкәрлектең төп принциптары һәм комиссияның бурыстары тураһында Эксперт советы рәйесе Рафаил Шафиҡовты тыңланы һәм тапшырылған материалдарҙы ҡарай башланы. Эксперттар конкурс ғаризаларының грант биреү тәртибенә тап килеүенә баһа бирергә тейеш. Артабан ғаризаларҙы конкурс комиссияһы ҡарай.

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов ошондай проекттарға булышлыҡ итеү тураһында тейешле указ сығарғайны. Уның ҡушыуы буйынса Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы дәүләт ярҙамы сараларын биреү тәртибен әҙерләне. Грантҡа мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм төбәктәге халыҡтарҙың телдәрен, шулай уҡ республиканан ситтә башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү йәһәтенән эшмәкәрлек алып барған дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар дәғүә итә ала.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb