"Теләктәр шыршыһы" проекты Нефтекамала йәшәүсе баланың хыялын тормошҡа ашырҙы

"Теләктәр шыршыһы" проекты Нефтекамала йәшәүсе баланың хыялын тормошҡа ашырҙы

Балаларҙың хыялдарын тормошҡа ашырырға «Теләктәр шыршыһы» хәйриә акцияһы һәм «Берҙәм Рәсәй»ҙең депутаттар корпусы ярҙам итә. Быйыл да акцияны ойоштороусылар балаларҙың ижади теләктәренә иғтибар бүлергә ҡарар итте. Бөгөн Нефтекама коррекция мәктәп-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы Фәнис Рахмановтың да хыялы тормошҡа ашты.

«Нефтекама дәүләт филармонияһына «Ижади теләктәр шыршыһы»н ойоштороусыларҙан клоун менән сығыш яһарға хыялланған баланан хат барлығын хәбәр итте. Беҙҙең цирк студияһы артистары ойоштороусыларҙың үтенесен иғтибарһыҙ ҡалдырманы. "Теләктәр шыршыһы" проекты ярҙамында бөгөн Фәнистең күптәнге хыялы тормошҡа ашты», - ти филармония директоры Ринат Ғайсин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb