Темәс ауылында телсе ғалим Ғәббәс Дәүләтшинға арналған түңәрәк өҫтәл уҙҙы

Темәс ауылында телсе ғалим Ғәббәс Дәүләтшинға арналған түңәрәк өҫтәл уҙҙы

Баймаҡ районының Темәс ауылында билдәле башҡорт ғалимы Ғәббәс Дәүләтшиндың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтте.

Ғәббәс Дәүләтшин башҡорт теленең орфографияһына, диалектологияһына, лексикографияһына, башҡорт фольклорын һаҡлауға ҙур өлөш индергән. Ул телдең төп диалектын һайлауҙа ҡатнаша; латиницала яҙылған тәүге башҡорт хәрефенең авторҙашы була; тәүге дәреслектәрҙең береһен һәм башҡорт теленең күләмле орфография һүҙлеген нәшер итә. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттары өсөн тәүге башҡорт теле дәреслеге авторы.

Уның исеме оҙаҡ ваҡыт тарих күләгәһендә ҡала килә. Быға уның үҙ хеҙмәттәренә һәм хаттарына «Ғ.Дәүләтшин» тип ҡул ҡуйыу ғәҙәте сәбәпсе була. Был ҡултамғаны ғалимдар күп йылдар дауамында яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Ғөбәй Дәүләтшиндыҡы тип ҡабул иткән. Ғәббәс Йәғәфәр улының исемен тәүгеләрҙән булып Нәжиб Буранғолов «Иҫтә ҡалырлыҡ ҡунаҡ» очеркында телгә ала.

Темәс урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөнирә Яхина үҙенең сығышында былай тине:

«Ғәббәс Дәүләтшиндың исеме әлегә тиклем билдәһеҙ ине, беҙ уның тураһында бер нәмә лә белмәй инек. Ә бит ул – башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Телсе ғалимыбыҙ күп ғилми хеҙмәттәр яҙып ҡалдырған. Ваҡыт уҙыу менән уның хаҡында һөйләй башлауҙары бик ҡыуаныслы».

1937 йылда Ғәббәс Дәүләтшин сәйәси репрессиялар ҡорбаны була. Ғәйепләү өс пункттан торған: контрреволюцион ойошмала ағза булыу, әҙәби башҡорт теленә аңлы рәүештә ғәрәп теленән өҙөктәр өҫтәү, ғилми һүҙлектә миҫалдар сифатында контрреволюцион яҙыусылар һәм шағирҙарҙың әҫәрҙәренән өҙөктәр ҡулланыу. 1956 йылда Ғәббәс Дәүләтшинды аҡлайҙар.

«Ғәббәс Дәүләтшин хаҡында мәғлүмәттәр бик аҙ. Уның туғаны Мәрғүбә Дәүләтшина 15 йыл дауамында архивтан мәғлүмәттәр йыйып, ғалим хаҡында китап сығарған», - тип һөйләне «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Йәмилә Баязитова.

Ғәббәс Дәүләтшиндың исемен оноторға теләнеләр, хатта туғандары араһында ла уның исемен телгә алыу тыйылды. Һуңғы йылдарҙа был данлыҡлы нәҫелдең вариҫы Мәрғүбә Дәүләтшина ғалим тураһында мәғлүмәт йыя, уның исемен мәңгеләштереүгә башланғыс бирә. Ғалимдың ейәнсәре Элла Дәүләтшина «Башҡортса әйт» тип аталған документаль фильм төшөргән. Үҙ ваҡытында Башҡорт дәүләт университетында бөйөк ғалим иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды, ә уның тыуған ауылында һәйкәл ҡуйылды.

Темәс ауылында телсе ғалим Ғәббәс Дәүләтшинға арналған түңәрәк өҫтәл уҙҙы
Темәс ауылында телсе ғалим Ғәббәс Дәүләтшинға арналған түңәрәк өҫтәл уҙҙы
Темәс ауылында телсе ғалим Ғәббәс Дәүләтшинға арналған түңәрәк өҫтәл уҙҙы
Темәс ауылында телсе ғалим Ғәббәс Дәүләтшинға арналған түңәрәк өҫтәл уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb