«Тере шишмәләр» халыҡ ижады конкурсы еңеүселәре билдәләнде

«Тере шишмәләр» халыҡ ижады конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Күгәрсен районында «Тере шишмәләр» үҙешмәкәр халыҡ ижады конкурсы үтте. Башҡортостан халыҡтарының фольклор традицияларын үҫтереүгә һәм күсәгилешлелекте һаҡлауға йүнәлтелгән ижади бәйге ике йылға бер тапҡыр үткәрелә.

Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Күгәрсен районы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы.

Гран-приға Күгәрсен районынан «Веретёнце» балалар фольклор ансамбле лайыҡ булды. Өлкәндәрҙең фольклор коллективтары араһында Бөрйән районынан «Элгеләү» халыҡ фольклор ансамбле һәм Хәйбулла районынан «Ҡараhыу» башҡорт фольклор ансамбле I дәрәжә лауреат исемен яуланы. Коллективтар «Фольклорҙа халыҡ традицияларын тергеҙеү һәм һаҡлау» номинацияһында ла билдәләнде.

Сарала Архангел, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Хәйбулла райондарынан, Сибай, Мәләүез һәм Күмертау ҡалаларынан алты балалар һәм 24 өлкәндәр үҙешмәкәр ижади коллектив ҡатнашҡан.

Жюри һәм тамашасылар иғтибарына фольклорҙың әйтеш, йыр, бейеү жанры, халыҡ байрамдары, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, уйындары тәҡдим ителде. Улар иҫәбендә — «Параскева Льняница», «Святочные посиделки», «Ауыл йәрминкәһе», «Ҡайын-ҡабаҡ буйында», «Кәкүк сәйе», «Йәйге нардуған», «Торатау».

Фестиваль сиктәрендә репертуар, фольклор программаларын ҡуйыу мәсьәләләре, сәхнә кейемдәре мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәл уҙғарылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb