16 мартта Ейәнсура район Мәҙәниәт йорто йәнтөйәгебеҙ таланттарын, ут күршеләребеҙҙе һәм мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Йыл да үткәрелгән, халыҡҡа фольклор ижады сығанаҡтарын, рухи мираҫты таратыу, онотола барған милли йолаларҙы, халыҡ йырҙарын тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыуҙы маҡсат итеп ҡуйған “Тере шишмәләр” республика үҙешмәкәр халыҡ ижады фестивале быйыл Ейәнсура ерендә үтте.
Сараға килеүселәрҙе ингән ерҙән районыбыҙ ҡул оҫталарының эштәренән әҙерләнгән күргәҙмә ҡаршы алды. Район китапханаһы янында эшләп килгән “Ағинәйҙәр клубы” тәҡдим иткән, Ейәнсура ғына түгел, республика брендына әйләнгән дебет шәлдәр, С. Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, оҫта Гөлфиә Вәлитованың кейеҙҙән әҙерләгән өҫ кейемдәре, биҙәнеү әйберҙәре, Гөлниса Аҡбутинаның бәйләгән шәлдәре, пледы, уйынсыҡтары, ҡоралған әйберҙәре, хаҡлы ялдағы Рәшиҙә Мәхийәнованың канзаши ысулы менән әҙерләгән аксессуарҙары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Фестивалдә Ейәнсура, Күгәрсен, Мәләүез, Хәйбулла райондарынан килгән коллективтар халыҡ ижадының төрлө жанрында сығыш яһаны, “Кәкүк сәйе”, “Килен һөйөү”, “Һыу юлы башлау”, “Сыуаҡ” һәм башҡа йолаларҙы сәхнәләштерҙе. Өс сәғәттән ашыу ваҡытҡа һуҙылған бәйгелә сығыштар йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Сарала балалар ҙа, йәштәр ҙә, оло апай-ағайҙар ҙа әүҙем ҡатнашты. Хәйер, һуңғыларының сығыштарын ҡарап, бер ҙә оло тип әйтеп булмай. Йәшлек ул һәр ваҡыт матур һәм һоҡландырғыс, әммә өлкәндәр ҙә бирешмәй.
Сығыштарҙы Салауат ҡалаһындағы музыка колледжының директор урынбаҫары, “Былбылдар” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Гүзәлиә Зарипова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертауҙағы филиалы директоры Әлфиә Грязнова, шул уҡ филиалдың бүлек мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Раяф Ғәйнетдинов, филиал белгесе Айгөл Ильясова, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айҙар Мөхәмәтйәнов составындағы мәртәбәле жюри баһаны. Балалар фольклор коллективтары араһында күгәрсендәр алдынғылыҡты бирмәне. З. Биишева исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе һәм “Мораҙым” фольклор ансамбле еңеүҙе бүлеште. Беҙҙең район таланттары ла бирешмәне, Иҙәштән “Гөрләүек” фольклор ансамбле (етәксеһе Ш. Байгилдина) менән Назарҙан “Потешки” ансамбле (И. Безрукова) – икенсе, ә С. Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең фольклор-инструменталь ансамбле (И. Сабиров, И. Ваһапов) өсөнсө дәрәжә лауреат булды.
Өлкәндәр араһында Гран-приға Мәләүез районының Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Г. Хисаметдинова етәкләгән “Мәләүез ынйылары” фольклор-этнографик ансамбле лайыҡ булды. Сирғол ауылының “Ҡарасәй” фольклор-этнография төркөмө (В. Юлдашбаева) – 1-се, Трушиндың “Яҙлауыр” фольклор ансамбле (Г. Күсәкова) 2-се дәрәжә лауреаты булды. Башҡорт халыҡ йырҙарын юғары кимәлдә башҡарған Оло Һүрәм һандуғастары Гүзәл Аҙнағолова (башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы) менән Гөлйөҙәм Рамаҙанова айырым номинацияла билдәләнде.
Сығанаҡ: https://vk.com/tandari