«Тере һүҙ» поэтик һүҙ оҫталығы конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

«Тере һүҙ» поэтик һүҙ оҫталығы конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Республика халыҡ ижады үҙәге Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә республика йәштәренең «Тере һүҙ» поэтик һүҙ оҫталығы конкурсын үткәрәсәк. Икенсе тапҡыр үткәреләсәк фестиваль республикала һәләтле ижади йәштәрҙе табыу һәм үҫтереү, нәфис һүҙ ярҙамында йәш быуынға эстетик тәрбиә биреү һәм уларҙың ижади һәләттәрен, әүҙем йәшәү рәүешенә ынтылыш үҫтереү, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү һәм туған телде һаҡлау маҡсатында ойошторола.

Конкурс ике этаптан торасаҡ: беренсе этап - ситтән тороп видео яҙмалар аша 21-23 февралгә тиклем, һәм икенсе этабы 1 март Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда уҙасаҡ. Унда 16 йәштән алып 21 йәшкәсә һәм 22 – 40 йәшлек ижади һүҙ оҫталары сығыш яһай аласаҡтар.

Конкурс «Поэтик әҫәрҙе художестволы уҡыу», «Үҙ поэтик әҫәреңде художестволы уҡыу», «Үҙ поэтик әҫәреңде музыкаль уҡыу» номинацияларында була.

Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта https://vk.com/doc6345904_489652164?hash=94adee7bc39e4e45ab 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb