Башҡортостан ҡала-райондарында июнь айында һабантуйҙар үтәсәк. Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы. Төбәк башлығы һабан байрамын үткәреү графигын билдәләне һәм тейешле күрһәтмәләр бирҙе.
Һабантуйҙар ойоштороу һәм үткәреү өсөн муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре менән берлектә республика хөкүмәте яуаплы була. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына байрам уҙғарылған урындарҙа медицина персоналы дежурлығын ойоштороу, Эске эштәр министрлығына һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығына йәмәғәт тәртибен һаҡлау, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, янғын именлеге буйынса саралар күреү йөкмәтелә.
Графиктан күренеүенсә, һабантуйҙар башлыса 3 һәм 10 июнгә тәғәйенләнгән. Өфөлә иһә баш ҡала һәм Рәсәй көндәренә тура килтереп, 12 июндә буласаҡ.