Тиҙҙән Өфөлә Алһыу ҡаплан» XXII халыҡ-ара джаз фестивале үтә

Тиҙҙән Өфөлә Алһыу ҡаплан» XXII халыҡ-ара джаз фестивале үтә

 Ағымдағы йылдың 6-8 апрель көндәрендә Өфөлә  «Алһыу ҡаплан» XXII халыҡ-ара джаз фестивале уҙғарыла.

Өфөгә бөтә донъянан музыканттар йыйыласаҡ, күренекле Рәсәй джазмены Игорь Бутман килеүе көтөлә. Фестивалдең беренсе көнөндә джаз-вокалсы Людмила Сваровская, гитарасы Никита Болдырев һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы Биг-бэнды сығыш яһаясаҡ.

Көн хедлайнеры – Американан танылған джаз борғосоһо Джон Маршалл. Икенсе көн хэдлайнерҙары – Италиянан күренекле джазмендар Грета Панеттьери (вокал) һәм Андреа Саммартино (фортепиано). Фестивалдең һуңғы көнөндә Рәсәйҙең күренекле джазмены – саксофонда, пианинола уйнайсы, бэнд-лидер, композитор, продюсер, джаз фестивалдәре ойоштороусыһы һәм Butman Music Рәсәй-Америка джаз лейблы хужаһы Рәсәйҙең халыҡ артисы Игорь Бутмандың сығышы көтөлә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb