Тиҙҙән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Бирешмә» исемле беренсе башҡорт сериалын ҡараясаҡбыҙ

Тиҙҙән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Бирешмә»  исемле беренсе башҡорт сериалын ҡараясаҡбыҙ

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр каналы хәбәр итеүенсә, 18 декабрҙә зәңгәр экрандарға «Бирешмә» фильмы сыға. Төп ролдәрҙә Республика халҡына яҡшы таныш йәш йондоҙҙар Гәлсәр Байғусҡарова, Гөлгөнә Баһауетдинова, Хәйҙәр Вәлиев, Данир Ғимаҙиев.

 Телесериалда балаларҙың шәхес булып формалашҡан сағындағы  барлыҡ уй-хыялдары, эске кисерештәре, маҡсаттары сағылыш тапҡан.  

 Сериалдың  йөкмәткеһе ябай һәм мауыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта уның нигеҙенә тәрән мәғәнә һалынған.  Өлкәндәр менән балалар, тиҫтерҙәр араһындағы мөнәсәббәт, тәүге һөйөү, эске кисерештәр, оло маҡсаттар,  йәғни  кешенең шәхес булып формалашҡан саҡтағы барлыҡ уй-ниәттәре.  Барыһы ла ысынбарлыҡтағы һымаҡ, киләсәген сәхнә менән бәйләргә теләүсе  үҫмерҙәрҙе ата-әсәләре  етди һөнәрҙәрҙә күрергә теләй.  Әммә йәштәр  ҡуйған маҡсаттарынан тайпылырға теләмәй, үҙ хыялдарына тоғро ҡала. Оло тормошҡа һалған һуҡмаҡтарында улар төрлө мажараларға ла осрай.

Сериал йыр-моң менән үрелеп бара, улар араһында  тамашасыларға яҡшы таныштары ла,  махсус рәүештә фильм өсөн яҙылған  яңылары ла бар. Бирешмәлә йәш актерҙарҙан тыш билдәле сәхнә оҫталары ла уйнай. Премьерала йәш быуынға ғына түгел ата-сәләр өсөн дә фәһемле фекерҙәргә бай. Бала күңелен аңлай, ишетә белеү, дуҫ-кәңшәсе булһаң да үҙ ҡарашыңды таҡмау.

«Бирешмә» - балалар һәм үҫмерҙәр өсөн беренсе башҡорт сериалы, тәүге ҡарлуғас. Был фильм тамашасылар өсөн яңы йылға ҙур бүләк булыр тип көтөлә.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb