Тиҙҙән "Беренсе Республика" нәфис фильмы тамашасыларға тәҡдим ителәсәк. “Беренсе республика” фильмы республика башлығы грантына төшөрөлдө.
"Беренсе республика"- Башҡортостандағы 1920-1956 йылдарҙағы тарихи ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Сценарий авторҙары - Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова, режиссеры Булат Йосопов. Ролдәрҙе театр актерҙары башҡара. Фильмдың нигеҙендә сәйәси репрессияға дусар булыусыларҙың яҙмыштары.
Сценарий авторҙарының береһе Гөлсәсәк Саламатова әйтеүенсә, фильмда байтаҡ шәхестәрҙең яҙмышын күрергә мөмкин. Картинаны төшөргәндә бик күптәр беҙгә ярҙам итте. Кейенеп, шул осорҙо сағылдырған әйберҙәр тотоп килгән яҡташтарыбыҙҙы күреп һөйөндөк. Тотош ойошма хеҙмәткәрҙәренең бергәләшеп килеүе лә дәрт өҫтәне. Фильм Өфөлә һәм Булгаков ауылы янындағы майҙанда төшөрөлдө.
Башҡортостанда ауыр шарттарға ҡарамай театр ойоштороусылар, уларҙың беренсе актерҙары, әҙәбиәт, матбуғат һәм башҡа тарихи ваҡиғалар тулы дөрөҫлөгөндә күрһәтелә. Фильмға дәүләт ҡаҙнаһынан 9 миллион һум аҡса бүленгән.
Республиканың 100 йыллығына арналған тарихи-нәфис фильмды тамашасылар 2019 йылдың март айында күрә аласаҡ.