Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Салауат Әбузәровтың "Йәшлеккә ҡайтыу" спектаклен күрәсәкбеҙ

Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Салауат Әбузәровтың  "Йәшлеккә ҡайтыу" спектаклен күрәсәкбеҙ

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры Халыҡ-ара театр көнөнә арнап Салауат Әбузәровтың  "Йәшлеккә ҡайтыу" (“Возврвщение в молодость”) комедияһын  сәхнәләштерергә йыйына. Пьесаның режиссёры Вадим Ғилманов, премьера 27-28 март көндәренә билдәләнгән.

Салауат Әбүзәров драматургия өлкәһендә уңышлы ижад иткән әҙиптәрҙең береһе. 1996 йылда уның тәүге драма әҫәрен яҡташтары — Ғафури районының «Ҡаран» халыҡ театры һәүәҫкәрҙәре сәхнәләштерһә, алдағы тиҫтә йылда өмөтлө драматургтың пьесалары билдәле театрҙар репертуарында ныҡлы урын алды. Был йәһәттән уның «Хыялый» лирик комедияһын тәү сиратта билдәләргә кәрәк.  Был әҫәр Башҡортостандың төп сәхнәһе булған М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры менән бер рәттән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Ырымбур дәүләт татар драма театры һәм Татарстандың Яр Саллы татар дәүләт театрҙарында ҙур уңыш менән ҡуйылды.

Драматургтың Сибай дәүләт башҡорт драма театрының танылған режиссеры Дамир Ғәлимов сәхнәләштергән «Ғүмерлек ғазап» спектакле лә Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә лә күп тамашасыны йыйҙы.

Билдәле әҙиптең "Йәшлеккә ҡайтыу" спектакле лә тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителер, ҙур уңыш ҡаҙаныр, тигән изге теләктәрҙә ҡалабыҙ.

Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb