Тиҙҙән «Театр яҙы-2017» республика фестивале уҙасаҡ

Тиҙҙән «Театр яҙы-2017» республика фестивале уҙасаҡ

Республикабыҙ театрҙары мөһим ваҡиға алдында тора. 20 апрелдән 26-на ҡәҙәр Өфөлә Башҡорт АССР-ы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған «Театр яҙы» Республика фестивале уҙа һәм уның төп маҡсаты булып театрҙарҙың ижади инициативаһын күтәреү, ижади шәхестәр үҫешенә булышлыҡ итеү, театр сәнғәтен пропагандалауҙы әүҙемләштереү, иң яҡшы ижади эштәрҙе билдәләү тора. Фестивалдә Башҡортостандың барлыҡ профессиональ театрҙары ҡатнаша һәм улар башҡорт милли драматургияһы буйынса спектаклдәр тәҡдим итә ала. Заявкалар 2017 йылдың 1 февраленә ҡәҙәр беҙҙең театр адресына : Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди урамы 34 (e-mail://vk.com/write?email=Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра." target="_blank">Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. ) ебәрелергә, ә реклама өсөн афиша, буклет, фото һәм башҡа материалдар Ойоштороу комитетына 1 мартҡа ҡәҙәр килеп етергә тейеш.

Спектаклдәргә баһа биреү, иң яҡшыларҙы билдәләү өсөн фестивалде ойоштороусы Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы һәм театр эшмәкәрҙәре союзы республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең билдәле театр белгестәрен һәм тәнҡитселәрен йәлеп итәсәк. Фестиваль аҙағында жюри түбәндәге номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләй: «Иң яҡшы спектакль», «Иң яҡшы режиссерлыҡ эше», «Иң яҡшы сценография», «Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш», «Иң яҡшы ир - егет роле», «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле», «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» һәм тәнҡитселәр коллегияһының махсус призы.

Яҙ килеүе үҙе мөғжизә, бар тәбиғәттең уянған мәле, күңелдәр ҙә яңырыу кисерә, ошо илһамлы миҙгелде апрель аҙағында республика кимәлендә үҙасаҡ театр байрамы - күркәм, сәмле, затлы ижади ярыш тағы ла йәмләйәсәк! Шулай итеп, тиҙҙән яҙ, «Театр яҙы -2017» фестивале!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb